

- Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны, уҙған йылдың августы менән сағыштырғанда, 2,5 мең берәмеккә артҡан һәм 123 меңгә яҡын тәшкил иткән. Йыл башынан алып 16 меңдән ашыу яңы предприятие булдырылған.
Тышҡы баҫымға ҡарамаҫтан, көрсөккә ҡаршы ваҡытында күрелгән саралар ярҙамында ыңғай динамика күрһәтә алабыҙ. Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары тарафынан ташламалы шарттарҙа кредит, лизинг һәм яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу бирелә.
Йыл башынан алып «Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй бизнестың микрокредит компанияһы» аша 216 алыусы 313,1 миллион һумға займдар менән файҙаланған. «Төбәк лизинг компанияһы» 40 бизнесменға 396,6 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән.
Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте бизнесты ташламалы кредитлау программаһына үҙгәрештәр индерҙе. РФ Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин, бәләкәй һәм микропредприятиелар займдарҙы - йылына 4,5%, ә урта предприятиелар 3% менән ала аласаҡ, тине. Аҡсаны ҡорамалдар һатып алыуға, биналарҙы капиталь ремонтлауға һәм яңы продукцияны ебәреүгә йүнәлтергә мөмкин.
Башҡортостан предприятиелары дәүләт ярҙамын һорап төрлө аккредитацияланған банкка мөрәжәғәт итә ала. Һылтанмаһын ҡалдырам: https://corpmsp.ru/about/partners/list_banki/ .
Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн 8 йүнәлеш буйынса сығымдарҙы ҡаплауға ла субсидиялар бирелә. Эшҡыуарҙар бинаны, ер участкаһын ҡуртымға алыуға, коммуналь түләүҙәргә, инженерлыҡ инфраструктураһын тоташтырыуға, сеймал һәм материалдар һатып алыуға, лизинг килешеүе буйынса тәүге иғәнәне һәм лизинг түләүҙәрен, кредиттар буйынса процент ставкаһын түләүгә сығымдарҙың яртыһын ҡайтара ала, – тип яҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә.
Фото: Т. АМАНОВ.