Йәмғиәт
17 Август 2022, 04:00

Ғәйепләнеүсе махсус стационарға урынлаштырылған

Нефтекаманан 36 йәшлек ҡатын ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратып, Ленин урамындағы фатирҙарҙың береһенә шартлатҡыс һалыныуы хаҡында хәбәр итә.

Ғәйепләнеүсе махсус стационарға урынлаштырылғанҒәйепләнеүсе махсус стационарға урынлаштырылған
Ғәйепләнеүсе махсус стационарға урынлаштырылған

Хеҙмәткәрҙәр күрһәтелгән адрес буйынса барып, бер нәмә лә тапмай. Был хаҡта судтарҙың берләшкән матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Мина һалынған тип алдап шылтыратҡаны өсөн, был ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған (Рәсәй Енәйәт кодексының 207-се статьяһының 1-се өлөшө). Суд ҡатынға психиатрия экспертизаһы үтергә лә ҡушҡан. Ҡарар үҙ көсөнә ингән, ғәйепләнеүсе махсус стационарға урынлаштырылған.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас