

Водителдәрҙең береһендә «Дәүләт хеҙмәттәре Авто» булһа, шул етә. Икенсеһе ҡушымталағы һылтанма буйынса мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлай ғына. Бынан тыш, юл фажиғәһендә зыян күреүселәр булмаҫҡа, шулай уҡ транспорт сараларынан тыш, башҡа мөлкәткә зыян килмәгән булырға тейеш.
«Дәүләт хеҙмәттәре Авто» ҡушымтаһы 2021 йылда эшләй башланы. Ошо ваҡыт эсендә уны 1,6 миллион тапҡыр телефонға күсереп алғандар.
Тулыраҡ мәғлүмәт - Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығының телеграм-каналында https://t.me/mintsifry/1362 һәм беҙҙең карточкаларҙа.
Фото: Т. АМАНОВ.