Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2022, 12:45

Игеҙәктәр бер үк исемле медик ҡыҙҙарға өйләнгән

Өфөнән игеҙәктәр Илдар һәм Динар Раймановтар бер үк исемле һәм һөнәрҙәре лә бер иш булған  ҡыҙҙарҙы кәләш итеп алған. Шуныһы ҡыҙыҡ: алдан һөйләшмәһәләр ҙә, никахтарын да бер үк көндә – 10 августа теркәгәндәр.

Игеҙәктәр бер үк исемле медик  ҡыҙҙарға өйләнгән
Игеҙәктәр бер үк исемле медик ҡыҙҙарға өйләнгән

«Беҙ һәр саҡ бер-беребеҙгә оҡшамаҫҡа тырыштыҡ. Бала саҡта бер төрлө кейендерһәләр, ризаһыҙлыҡ белдерә инек. Тик төрлө ҡалаларҙа булһаҡ та, бер үк исемле һәм бер иш һөнәре булған ҡыҙҙарҙы һайлағанбыҙ», – ти Илдар.

Ул медицина юлы буйлап киткән, бына ете йыл инде ул ашығыс медицина ярҙамы бригадаһында фельдшер булып эшләй. Уның һайланыусыһы - 23 йәшлек Луиза.

Динар Мәскәүҙә Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетының филиалын тамамлаған,  унда 10 йыл йәшәгән, әле Өфөгә ҡайтҡан, эшҡыуар булып эшләй. Буласаҡ ҡатыны менән ул ағаһының никахында танышҡан. Уның исеме Луиза һәм ул табип-оториноларинголог булып эшләй.

«Ағайым менән бер көндә теркәү үткәрергә планлаштырмағайныҡ, - ти Динар. - Ә беҙҙе 40 минут айырма менән бер-бер артлы яҙҙылар».

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: