Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2022, 14:56

“Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!”

Һигеҙ йыл элек Ҡырым менән Севастополь, тулы хоҡуҡлы субъекттар булараҡ, Рәсәй Федерацияһы составына ҡабул ителгәйне.

18 мартта Өфөләге “Торатау” конгресс-холы алдындағы Салауат Юлаев майҙанында митинг-концерт үткәрелә. Ошондай башланғыс менән Башҡортостандағы йәмәғәтселек вәкилдәре, дин әһелдәре һәм башҡалар республика Башлығына тәҡдим менән сыҡҡайны. Улар барыһы ла был сарала Украинала барған хәрби операцияны хупларға, унда ҡатнашҡан ир-егеттәргә теләктәшлек белдерергә ниәтләй.

“Теүәл һигеҙ йыл элек Ҡырым менән Севастополь, тулы хоҡуҡлы субъекттар булараҡ, Рәсәй Федерацияһы составына ҡабул ителгәйне. Севастополь федераль тәғәйенләнешле ҡала статусын алды. Быға тиклем бындай статусҡа Мәскәү менән Санкт-Петербург ҡына эйә ине.

Ошо ваҡыттан алып 2014 йыл ваҡиғалары тарихҡа “Ҡырым яҙы” булараҡ инде, ысынлап халыҡ байрамына әүерелде, үҙенең артынан ижтимағи хәрәкәттәрҙе әйҙәне, сәйәси партияларҙы һәм йөҙөшәр мең кешене тупланы, - тип белдерҙе Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы Азат Мөнир улы Мөхәмәтйәнов. - Ҡырымдар ярымутрауҙың сәскә атыуын, позитив үҙгәрештәрҙе, тотороҡлолоҡто һәм башҡа донъяны күрҙе. Ә быйыл февралдә Рәсәй Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таныны һәм Украинала халыҡты һәм ил Президенты Владимир Путиндың ғәмәлдәрен яҡлау маҡсатында махсус хәрби операция башланы.

Быйыл Ҡырым яҙын байрам итеп кенә ҡалмайбыҙ, шулай уҡ Донбасста йәшәгән халыҡҡа теләктәшлек тә белдерәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, бөгөн Украинала барған хәл-ваҡиғаларҙы күреп, 2014 йылда Ҡырым яҙының ҡаһарман геройҙарының Ҡырымда, Керчта йәшәүселәрҙе ниндәй хәүефтән ҡотҡарыуын аңлайбыҙ”.

Азат Мөнир улы тағы түбәндәгеләр хаҡында әйтте: “Дуҫтар, бөгөн бер-беребеҙгә терәк-таяныс булыу, ҡурҡыу тойғоһон һәм наҙанлыҡ таратмау мөһим. Бер минутҡа ла шикләнмәгеҙ – беҙ, Президент, Бөйөк Рәсәй башланған дөрөҫ эште аҙағына тиклем алып барып еткерәсәкбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Ҡайҙа беҙ, шунда – еңеү!”

Митинг-концерт Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған көнөндә - 18 мартта - ойошторола. Унда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнаша. Төп ҡунаҡтар – Радик Юлъяҡшин һәм “Город 312” төркөмө. Сара Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙанда үтә. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Фото: panoramarb.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: