Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2022, 07:00

«Дүрт балабыҙ – дүрт ҡыуанысыбыҙ»

Учалы районының Озерный ауылында йәшәүсе Аида һәм Марс Мәжитовтар ишле булыуҙарына һөйөнөп бөтә алмай

Учалы районының Озерный ауылына кем килһә лә, һәр ваҡыт һоҡланып тел шартлата:

– Ауылығыҙҙа кешеләр ҡалай матур ул! Ә балалар ниндәй һөйкөмлө, һылыу! Әллә Оҙонгүлдең гүзәллеге шулай кешеләргә күсәме?!

Күсһә күсәлер ҙә, сөнки, әйтмәксе лә, ауылдаштарымдың кемеһен алһаң да, һөйкөмлө һөйәктән, мөхәббәтле заттан булыуын тояһың. Ауылда ата-әсәләр тырышып донъя көтә, аҡыллы, матур, тәүфиҡлы балалар үҫтерә, халҡыбыҙ һанын ишәйтә. Донъя ауырлыҡтарына һылтанмай, ишле балалар үҫтергән йәш ғаиләләр иҫәбенә Аида менән Марс Мәжитовтарҙың да татыу ғаиләһе инә.

– Элек, ҙур ғаиләм булыр, тип башыма ла индермәнем, – тип йылмая Аида Уразбай ҡыҙы. – Яҙмышыма барыһы өсөн дә рәхмәтлемен: дүрт балабыҙ – дүрт ҡыуаныс сығанағы, дүрт өмөт уты, дүрт таяныс-терәк!

Ҡаҙағстанда тыуған Аида Белорет районының Егәҙе ауылында үҫкән. Егәҙелә төрлө милләт вәкилдәре йәшәй: башҡорттар, рустар, татарҙар, сыуаштар... Уларҙың барыһы ла рус мәктәбендә уҡыған, аралашыу ҙа шул телдә булған. Ләкин Аидаларҙың ғаиләһендә тик башҡортса һөйләш­кәндәр, шуға ла ул үҙ телен, моңон, тамырҙарын онотмаған.

– Мин үтә оялсан бала инем, өйҙән сыҡманым, кеше менән аралашманым, – тип көлә, – шуға ла Егәҙе ауылы халҡын йүнләп белмәй ҙә ҡалдым, тиһәм, яңылышмам. Марс менән 2009 йылда Учалы районының Ҡалҡан ауылы янындағы район һабантуйында танышып, дуҫлашып йөрөп өйләнеш­тек. Беренсе тапҡыр 9 сентябрҙә Озерныйға килеп, күлдең, тәбиғәттең матурлығына һушым киткәйне. Халыҡ та бында бик һәйбәт булып сыҡты. Шул тиклем ярҙамсылдар, ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер генә торалар. Иремдән уңдым. Марс эшкә шәп, асыҡ күңелле, шаян да. Бик ышаныслы кеше. Ул –  беҙҙең яҡлаусыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ, ҡалҡаныбыҙ, уның ышығында йәшәй­беҙ. Ул да, минең кеүек, балаларым, тип өҙөлөп тора. Ҡайһы ваҡытта балалар тыңлашмаһа, атайығыҙға әйтәм, тиеүем дә етә. Атай­ҙарының шул бер ҡарауы ла етә уларға – атай абруйы бик көслө! Балалар ни, һөйҙөрә лә, көйҙөрә лә, ләкин ҡыуа­ныстары барыбер күберәк! Дүртеһе дүрт төрлө: ун йәшлек Азамат улыбыҙ шым, баҫалҡы холоҡло, яңыраҡ туғыҙ йәше тулған Дианабыҙ –  сая, үткер ҡыҙ, биш йәшлек Ильясыбыҙ – аралашырға яратҡан хәбәрсән малай, ике йәшлек Илсиәбеҙ ҙә апаһына оҡшап, үткер генә. Азамат менән Диана мәктәптә яҡшы уҡыуы менән һөйөн­дөрә, улар беҙҙең ярҙамсы­ларыбыҙ – ҡул араһына инеп, хәлдәренән килгән эште башҡаралар.

Алсаҡ, уңған, ҡул эшенә маһир Аида Уразбай ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булһа, ғаилә башлығы Марс Иршат улы Белорет районының Абҙаҡ ауылындағы предприятиела вахта ысулы менән водитель булып эшләй.

Яҡты йөҙлө, булдыҡлы, шуҡ Марс – Дилә Ғәли ҡыҙы менән Иршат Әхсән улы Мәжитовтарҙың кинйә улы. Дүртенсе синыфтан алып дуҫлашып, ҙурайғас, сәсен-сәскә бәйләгән Дилә апай менән Иршат ағай (мәрхүм) өс ир бала тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн улдары Ринат, Рөстәм, Марс ғаилә ҡороп, хәләл ефеттәре Алһыу, Резеда, Аида менән татыу ғүмер итә, халҡыбыҙҙың килә­сәге булырҙай балалар үҫтерә. Тап ошондай ғаиләләр менән илебеҙҙең биле ныҡ та инде!

 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: