Эш юҡлыҡҡа зарланып, үҙ урынын таба алмай йөрөүселәр хаҡында йыш ишетергә һәм ундайҙарҙы осратырға була. Ғәҙәттә, уларҙың тормошонда кире күренештәр булыуына үҙҙәренән башҡа барыһы ла ғәйепле... Шулай ҙа ялҡауҙар төрлө сәбәп эҙләгәнсе, алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешеп һәм гөрләтеп донъя көткән йәштәрҙең осрауы һөйөндөрә.
Һеҙҙе шундай булдыҡлыларҙың береһе – республика буйынса төҙөлөш өлкәһен үҫтереүгә, тирә-яҡты төҙөкләндереүгә, матурлауға тос өлөш индереүсе шәхси эшҡыуар Финат Мөхәмәтов менән таныштырмаҡсымын. Аҙ һөйләп, ең һыҙғанып эшләргә яратҡан йүнсел ир-уҙаманға ерҙә ышаныслы, ныҡлы аҙымдар менән баҫып торғанға тиклем бар көсөн, сабырлығын һалып ныҡлы тырышырға тура килә.
“Атанан күргән – уҡ юнған...”
Финат Мөхәмәтов Ауырғазы районында төҙөүселәр ғаиләһендә тыуып үҫә. Бар яҡлап та булдыҡлы ата-әсә балаларын да үҙ өлгөһөндә, эш менән сыныҡтырып тәрбиәләй.
– Бала саҡтан атайым үҙе менән алып йөрөнө. Тәүҙә йорт тирәһендә ҡулыма балта, сүкеш тотоп, кәртә-ҡураны төҙөкләндерергә ярҙам итһәм, һуңынан иһә атайым Фәрүәт Фирғәт улының төҙөлөш бригадаһында эшләп, төҙөүсе һөнәре серҙәренә ныҡлап төшөндөм. Көс түгеп башҡарған эшемдең емешен татыу, уның оҙаҡ йылдар кешеләргә хеҙмәт итеүен күреү киләсәккә дәрт өҫтәне. Бик иртә эш башларға тура килде. Студент йылдарында, каникул ваҡытында төҙөлөштә эшләү төп шөғөлөмә әйләнде. Беренсенән, атайыма ярҙам, икенсенән, был тармаҡтың нескәлектәрен өйрәнеү өсөн бик яҡшы булды.
Бала сағынан төрлө төҙөлөш майҙанында үҙенең оҫталығын һынаған Финат Талбазы башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә. 2016 йылда юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡулына бакалавр, магистрат дипломдарын ала.
– Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр халыҡта. Шуға ла, төҙөүсе булыуҙан тыш, юридик белемемде лә камиллаштырҙым. Шулай ҙа, бала сағым төҙөлөштә үткәс, был һөнәр миңә яҡын булғанлыҡтан, ошо өлкәлә эш башларға хәл иттем. Ә юридик белемем иһә тәүгеһенә бер ҙә ҡамасауламай. Үҙ эшеңде булдырғанда күп кенә сетерекле мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Ошо ваҡытта юридик белем бик ныҡ ярҙам итә лә инде.
“Системала эшләү кешенең үҫешен туҡтата...”
Уҡыуын тамамлап, бер аҙ эшләгәндән һуң егет дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы Алһыуға тәҡдим яһай һәм гөрләтеп туй уҙғара. Әлеге мәлдә йәш ғаиләнең шатлығы булып улдары Кәрим үҫә. Тап ғаиләле булғас, Финат үҙ эшен асыуға ныҡлап ҡарар итә.
– Үҙ эшемде асыу идеяһы – күп уйлап, ғаиләм менән кәңәшләшеп эшләнелгән эш. Ғаилә башлығы булғас, мин уны ҡарарға бурыслы. Ә дәүләт эшенә яңы ғына урынлашып, күп итеп аҡса алыу мөмкин түгел. Етеш итеп донъя көткө килә. Ул ғына ла түгел, бер системала ғына эшләү кешене һындыра, уны ниндәйҙер сиктәргә индерә һәм алға китеште ярайһы уҡ туҡтата. Был – минең шәхси фекерем. Мин уны бер кемгә лә таҡмайым. Шулай ҙа ниндәйҙер идея менән янаһың икән, уны тормошҡа ашырырға, алдыңа ҡуйған маҡсаттарға ирешергә кәрәк.
Финат Мөхәмәтов төҙөлөштөң дә төрлө тармағын үҙләштерә. Йәғни универсаль төҙөүсе булыу күпкә отошло, ти ул. Сөнки ни тиклем күберәк беләһең, эшеңә лә шул тиклем ихтыяж ҙур.
– Беҙҙең бригада төҙөлөш эшенең бик күп төрөн башҡара. Йорт төҙөү, уны тыштан көпләү, ҡыйыҡ ябыу, түшәм, иҙән түшәү, бүлмәләр бүлеү, бетон ҡойоу, ҡойма тотоу. Бынан тыш, йорт, биналарҙың тирә-яғын йәшелләндереү, ишек алдарын төҙөкләндереү менән дә шөғөлләнәбеҙ. Егеттәр менән тимерҙән төрлө конструкция яһарға ла әүәҫбеҙ. Тимер иретеп йәбештереүҙе лә үҙләштергәнбеҙ. Йорттарға, мунсаға мейестәр (камин) эшләйбеҙ. Сантехник эштәр башҡарабыҙ, һыу ағыҙыу системалары, ҡар тотҡостар ҡуябыҙ. Ҡыҫҡаһы, беҙ эшләгән эштәрҙе һанап бөтөргөһөҙ. Шуны әйтергә кәрәк, һәр эш тә сифатлы, еренә еткереп башҡарыла.
Төҙөлөш материалдарын да ҡайҙан етте шунан алмайбыҙ, ә ваҡыт менән һыналған етештереүселәр менән эшләйбеҙ.
Төҙөлөш эше ойошмалар, шәхси хужалыҡтар менән дә килешеү буйынса үтәлә, гарантия, беҙҙең хеҙмәт менән ҡулланыусыларға ташламалар ҙа ҡаралған.
“Сит ерҙә солтан булғансы үҙ ереңдә олтан бул...”
Төҙөлөш бригадаһына күп осраҡта кеше табыуы ҡыйыныраҡ, ти эшҡыуар. Йәштәр нисектер үҙ ерендә түгел, ә Себер тарафтарына сығып китеп эшләүҙе хуп күрә. Бындайҙарға ла үҙ ҡарашын, кәңәштәрен еткерә йүнсел.
– Тиҙҙән беҙҙең өлкә тағы ла нығыраҡ йәнләнәсәк. Сөнки төҙөлөш эше иртә яҙҙан һалҡындар башланғанға тиклем әүҙем алып барыла. Әлеге мәлдә генә ул бер аҙ һүлпән, шуға был ваҡытта күптән тупланған эшселәр бригадаһы ла етә. Ә бына яҙ башланыу менән тағы ла күберәк эшсе көстәр талап ителә. Был мәлдә эшселәрҙе иғлан биреп йыям. Күрше-тирә ауылдарҙан киләләр. Күп көс талап ителгән, ҡара эшкә кешеләр табыуы ауыр. Ниңәлер йәштәр ситкә китеп эшләүҙе һайлай. Уйлап ҡараһаң, улар Себерҙә бер ай эшләй ҙә, бер ай ял итә. Бер айға 70 – 80 мең һум алып ҡайтыуҙарын иҫәпләп, уны икегә бүлһәң, шул уҡ 35 – 40 меңде, хатта унан күберәк сумманы беҙҙә лә эшләргә була. Миҙгел башланһын ғына әле.
Күптәр, бәлки, үҙ эшен башларға йәки эшҡыуарҙарҙа эшләргә ҡурҡалыр. Һәр ерҙә лә хәүеф бар, ул һәр саҡ эргәлә. Шулай ҙа баш менән уйлап, дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәндә, һәр хәлдән дә ҡаршылыҡтарға бирешмәй сығырға була. Мин, мәҫәлән, алдан ҡурҡып, ауырлыҡ, ҡаршылыҡтарға бирешеүсәндәрҙән түгел. Башҡаларға ла һынып ҡалмай, заман менән һәм һайлаған юлдарынан тайпылмай, алға атлауҙарын теләйем.
Йәш эшҡыуарҙың киләсәккә ҡорған бизнес-пландары ла ҙур. Улар мотлаҡ тормошҡа ашыр һәм халҡыбыҙға файҙа килтерер. Башлаған эшеңдә уңыштар насип булһын һиңә, Финат!
Гөлнара СОЛТАНОВА.