Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 14:14

«Бебипати»мы әллә бәпес туйымы?

Һуңғы ваҡытта тормошобоҙға яңынан-яңы ят йолалар килеп тула бушланы. Шуларҙың береһе – «Беби-пати», икенсе төрлө әйткәндә, баланың енесен асыҡлау байрамы. Ул шунан ғибәрәт: ата-әсә сабыйының кем булып тыуырын белмәй һәм бөтә ғәм алдында әлеге серҙе аса.

Һуңғы ваҡытта тормошобоҙға яңынан-яңы ят йолалар килеп тула бушланы. Шуларҙың береһе – «Беби-пати», икенсе төрлө әйткәндә, баланың енесен асыҡлау байрамы. Ул шунан ғибәрәт: ата-әсә сабыйының кем булып тыуырын белмәй һәм бөтә ғәм алдында әлеге серҙе аса. Интернетта ошондай сүрәттәге видеояҙмалар тулып йөрөй. Иң аяныслыһы – бындай сараны күпселек ата-әсә иҫерткес эсемлектәр менән тамамлап ҡуя. Был йола башҡортта борон булғанмы? Әлбиттә, юҡ. «Бишектуй» йолаһы, бәпес күреү, «Һырға туйы» һәм башҡа йолалар атҡарылғанын беләбеҙ. Буласаҡ әсәне төрлө яҡлап ҡурсалағандар, теләгәнен ашатҡандар. Уға алдан кендек әбейе, морондоҡ инәһе беркетелгән.

Баланы тыуғас та бер кемгә лә күрһәтергә ярамаған, ислам дине буйынса ғына түгел, христиандарҙа ла 40 көндән уҙғансы йәш әсәне борсомаҫҡа тырышҡандар. Сөнки был ваҡытта баланың һәм йәш әсәнең гүр ҡапҡаһы асыҡ булыр, тигәндәр. Икенсенән, балаға күҙ тейеүе мөмкин. Көндәлек тормошта ошо бәлә арҡаһында кешеләрҙең сирләп китеү осраҡтары бик күп бит. Күптән түгел күҙ тейеүгә бәйле аяныслы хәлгә шаһит булырға тура килде: һабаҡташым балаһына ҡырҡ көн дә тулмаҫ элек туйға, унан һуң дуҫының тыуған көнөнә барып йөрөп ҡайтты. Һөҙөмтәлә ауырыны ла китте, ике аҙнаға яҡын дауаханала ятып сыҡты. Ярай әле табиптар ваҡытында ярҙам күрһәтергә өлгөрҙө. Ғөмүмән, бөгөн күп тиҫтерем, аңын-тоңонтөшөнмәй, балаһы тыуған көндә үк фотоһүрәтен интернетҡа һалып та ҡуя. Йәнәһе, күрегеҙ, ниндәй беҙҙең матур бәпесебеҙ бар, тиме икән? Бала ярҙамында лайктар йыйырға, хайп алырға маташыусылар хаҡында әйтеп тә тораһы түгел... Интернетта үҙен ошо рәүешле танытыуы, әле яҡшылап яралырға ла өлгөрмәгән баланың хәл-торошон энәһенән ебенә тиклем һүрәтләүе һис тә уларҙың файҙаһына түгел, әлбиттә. Йәштәр ошондай байрамдар уйлап сығарып, үҙҙәренә зыян итмәһен ине, тип әйтергә генә теләйем. Әгәр быға ҡаршы киләләр икән, биғәйбә, баш тартырға теләмәгәндәр үҙҙәре хәл итһен. Шулай ҙа йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булған йолаларға тоғро ҡалыу, ололарҙың аҡылына таяныу үҙебеҙҙең һәм яҡыныбыҙҙың ғүмерен, сәләмәтлеген һаҡлауға булышлыҡ итеүе хаҡында онотмайыҡ...

Ф. ИСХАҠОВА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: