Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2021, 07:43

Юрист кәңәштәре

“Юлдаш” радиоһы тәүлек әйләнәһенә тыңлаусыларына моңло йырҙар бүләк итә, яҡындарына ҡотлау, рәхмәт һүҙҙә­рен, сәләмдәр еткерә, юғалтҡандарҙы табыштыра,  яңылыҡтар һәм төрлө  ваҡиға менән уртаҡлаша.

 Бынан тыш,  радио тулҡындары аша күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуап табырға, мөһим хәл-ваҡиғаларға ҡарата белгес фекерен  ишетергә мөмкин.  Ҡайһы бер тыңлаусыларыбыҙҙың тәжри­бәле юристар менән тура бәйләнешкә сығыу, аралашыу мөмкинлеге булмауы бар.  “Юрист кәңәше” тип аталған тапшырыу иһә көндәлек тормошта сетерекле хәлгә ҡалғандарҙың һорауҙарына яуап бирә. Тапшырыу эфирға даими сығып килә. Унда белгестәр  ипотека, ғаилә мөнәсәбәттәренә, кредит, финанс мәсьәләләренә, алып-һатыу эшмәкәрлегенә бәйле мөһим мөрәжәғәттәрҙе тыңлап, кәңәш бирә.

 Борсоған һорауҙарҙы “Юлдаш” радио­һының Ватсап ҡушымтаһына: 8-937-167-54-66 номерына, radiouldash  – Инстаграм аккаунты аша еткерергә мөмкин. Әлеге ваҡытта һорауҙарға  даими эксперт, юрист  Рәмил Урманшин яуап ҡайтара. Һорауҙарҙы шулай уҡ белгестең үҙенә шәхсән   ебәрергә мөмкин. Тапшырыуҙы Филүс Ҡасимов алып бара. 

Киләһе сығарылыштарҙа ла ҡыҙыҡлы темалар күтәреләсәк. Коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатмауға бәйле эш урынында килеп сыҡҡан мәсьәләләр, яр буйында автомобиль ҡуйыусыларға һалынған түләүҙәр буйынса белгес фекерен ишетә алаһығыҙ.  

“Юрист кәңәштәре” рубрикаһы “Юлдаш” радиоһы  тулҡындарында һәр шәмбелә киске сәғәт 10-сы 15 минутта, ҡабатлап йәк­шәмбелә 11 сәғәт 15 минутта яңғырай.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: