Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль 2021, 09:00

Өс тапҡыр илә...

Бөйөк фәйләсүф Сократҡа берәү килеп өндәшә:

– Беләһеңме, дуҫың һинең турала нимә тине?

– Туҡта, туҡта... Әйтереңдән алда һүҙеңде иләктән өс тапҡыр үткәр.– Өс тапҡыр? Ниңә?

– Ниҙер булһа һөйләрҙән алда уны өс тапҡыр иләү яҡшыраҡ. Беренсенән, Дөрөҫлөк иләге аша. Һөйләй торған һүҙең ысынлап та дөрөҫмө? 

– Мин бары тик ишетеп кенә ҡалдым...

– Тимәк, хаҡмы-түгелме, белмәйһең. Икенсе иләк – Изгелек иләге. Һин минең дуҫым хаҡында берәй яҡшы һүҙ әйтергә уйлайһыңмы?

– Юҡ, киреһенсә.– Тимәк, уның тураһында насар бер нәмә һөйләмәксеһең. Хатта уның дөрөҫмө-юҡмы икәнен белмәһәң дә. Улайһа, өсөнсө иләкте һынап ҡарайыҡ

– Файҙа иләген. Миңә һин һөйләйәсәк хәбәрҙе мотлаҡ ишетергә кәрәкме? Миңә унан файҙа буламы?

– Юҡ, бик мөһим түгел

.– Тә-әк, тимәк, һин әйтә торған һүҙҙә дөрөҫлөк тә, изгелек тә, файҙа ла юҡ. Шулай булғас, ул турала һөйләү хәжәтме? Кәрәкмәгән һүҙең менән кешене борсоу?

Йәмәғәт, Сократ, һәр ваҡыттағыса, аҡыллы фекере менән уйға сумдыра. Әйҙә, һөйләрҙән алда уйлайыҡ, өс тапҡыр иләйек.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: