Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2021, 14:00

Цой тере!

Был хәл Ҡаҙағстанда, Алма-Ата ҡалаһында булған. Билдәле булыуынса, бында 80-се йылдар аҙағында режиссер Рәшит Ноғманов "Игла" фильмын төшөрә. Бер нисә йыл элек бында картинала төп ролде башҡарған Моро исемле егеткә - йырсы Виктор Цойға һәйкәл ҡуялар. 

Цой тере!
Цой тере!

Ошо көндәрҙә суйын Мороны бер трактор бәрҙереп ҡолатҡан.

Тракторсы ваҡиға урынынан ҡасырға маташһа ла, шаһиттар быға ҡаршы торған.

Аҙаҡтан "Ҡала коркейту" ойошмаһы МТЗ менән идара итеүсегә киҫәтеү яһаған. Һәйкәлде урынына ҡуйғандар, кәртәләгәндәр, боҙолған урынын йүнәтәсәктәр.

Цой тере!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: