Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2021, 06:27

Телеңде йоторлоҡ! Меренганан рулет, мангалда ҡыҙҙырылған скумбрия

9 июлдә сыҡҡан гәзиттән алынды.

Меренганан рулет

Ауыҙҙа иреп кенә торған француз десертын әҙерләү  өсөн 5 йомортҡа ағы, 300 г шәкәр оно, 20 г кукуруз крахмалы, 1 бал­ғалаҡ аш һеркәһе, 1 балғалаҡ лимон кис­лотаһы, 300 г эремсекле сыр, 200 г һөт өҫтө (сливки), 100 г шәкәр, 200 г еләк кәрәк.Йомортҡа ағына шәкәр, лимон кислотаһы һалып, блендер менән 10 минут болғатырға. Масса  күпергәс, аш һеркәһе , кукуруз крахмалы ҡушырға. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйергә, ҡатнашманы  һалып, тигеҙләргә. Өҫтөнә сәтләүек тә һибергә мөмкин. Духовкала 160 градуста 30 – 40 минут бешерергә.Крем өсөн эремсекле сырға шәкәр оно, һөт өҫтө һалып, блендер менән туҡырға.Меренга бешкәс, мейестән алып һыуытырға. Һуңынан аҫтын өҫкә әйләндерергә лә, крем һылап, төрөргә (ҡағыҙҙы тиҙ генә әйләндерә барып төрөргә кәрәк). Рулеттың өҫтөнә ҡайнатма һыларға, еләк менән биҙәргә мөмкин.Мангалда ҡыҙҙырылған скумбрия 

Бының өсөн скумбрия балығы, майонез, гәрсис, кетчуп, һарым­һаҡ, һуған, балыҡ өсөн аш тәмләт­кес­тәр, тоҙ, борос, көн­бағыш ма­йы кәрәк.Тәүҙә майонез, гәрсис, лавр япрағы,  тәм­ләткестәр, кетчуп, көнба­ғыш майы, тоҙ, төйөлгән ҡара борос ҡушып соус әҙерләргә. Уға ваҡ итеп туралған һарымһаҡ һәм һуған ҡушырға. Ныҡ итеп барыһын да бергә бутағас, скумбрияға һөртөп, 3 – 5 сәғәткә һалҡынса урынға ҡуйырға. Һуңынан махсус тимер яйланмаға һалып, күмер өҫтөндә бешерергә. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в