Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2021, 09:39

Ҡаҡ ҡойоу серҙәре

Түбәндә - еләк-емештән ҡаҡ әҙерләү серҙәре

Еләк-емеш бешкән мәлде хужа­бикәләр күпләп ҡайнатма, компот, джем-повидло әҙерләп ҡалыу өсөн көтөп ала.  Юҡ ваҡытын бар итеп, емешен йыя, эшкәртә, банкаларға тултырып, ҡышҡылыҡҡа баҙға төшөрөп ҡуя. Хәҙер шуныһы рәхәт: еләк-емеште туңдырғыста һаҡлау мөмкинлеге бар. Ҡайнатып, эш­кәр­теп тә мәшәҡәтләнмәйһең, туңдырғысҡа һалаһың да, ҡыш­ҡыһын кәрәгенсә генә алып әҙерләйһең. Элек бындай мөмкин­лек булмағанлыҡтан, әсәй-өлә­сәйҙәребеҙгә ҡыйынғараҡ тура килгән. Өҫтәүенә, шәкәргә лә ҡытлыҡ кисергән ваҡыттар булды. Шуға улар емеште киптереп һаҡлаған, ҡаҡ ҡойған.   Уйлап ҡараһаң, ҡаҡтан да файҙалыһы юҡ кеүек. Артыҡ татлы ла түгел, емештең бөтә витамины тиерлек шул килеш һаҡлана. Бөгөн ҡаҡ әҙерләү серҙәрен асыҡлап ҡара­йыҡ. 

Ҡаҡ еләк-емеш иҙмәһенә бер аҙ шәкәр, бал, башҡа емештәрҙең  һутын ҡушып әҙерләнә.  Емеш иҙмәһен әҙерләү өсөн иң тәүҙә уны  һыуҙа яҡшылап йыуырға, һуңынан төшөн алып, таҙартырға.  Ҡаҡ ике төрлө әҙерләнә. Беренсеһе  емеш-еләкте блендер аша үткәреп, бешермәй генә эшләнә. Икенсе ысул буйынса иһә емеште 40 минут самаһы ҡайнатырға кәрәк.  Ҡайнатҡан ваҡытта бүленеп сыҡҡан һутын түгергә онотмағыҙ. Ҡалғанын шу­лай уҡ блендер менән иҙеп, киптерергә генә ҡала.  Әйткәндәй, емештең төшөн алдан да алырға мөмкин,  бешергәндән һуң иләк аша ла үткәрергә була. Был осраҡта ҡабығы менән төшө үҙенән-үҙе иләктә тороп ҡала. 

Ҡаҡты киптереүҙең дә бер нисә ысулы бар. Һәр кем үҙенә уңайлыһын һайлап ала. 

 Асыҡ һауала 

Был борондан килгән ысул. Ҡаҡты майланған туҡмас таҡтаһына, батмусҡа йәйеп һалып, ҡояш аҫтына ҡуйып киптереү. Эҫе көндә  тәүлек эсендә әҙер булыуы ихтимал. Ғөмүмән, бындай тәбиғи ысул менән киптереү өсөн 2 – 4 көн ваҡыт китә.   

Мейестә

Бының өсөн еләк иҙмәһен пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға ҡойоп, 80 – 90 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуйырға.  Ҡаҡ   5 – 6 сәғәттән әҙер була.  Был осраҡта  мейес эсендә һауа алмашынып торһон өсөн, уның ишеген бер аҙ асып ҡуйыу шарт.  

 Махсус киптергестә

Еләк-емеш киптереү өсөн заманса махсус киптергестәр – хужабикәләр өсөн ҡаҡ әҙерләүҙә бик яҡшы ярҙамсы. Уның тәрилкәләренә шулай уҡ пергамент ҡағыҙы һалып, ҡаҡ йәбешмәһен өсөн өҫтөн әҙ генә майлап,  емеш иҙмәһен ҡойорға.  Еләк-емештең кибеү ваҡыты уның ҡалынлығына бәйле. Ғәҙәттә, 70 градуста 5 – 7 сәғәттә әҙер була. Ҡаҡтың әҙерлеген бармаҡҡа йәбеш­мәүенә ҡарап  белергә була.   Ҡаҡты ҡапҡас ябылған быяла банкала һаҡларға мөмкин. Шулай уҡ шыптыр ҡаптарға төрөп, һыуытҡыста һаҡлайҙар. Оҙаҡ һаҡлау өсөн махсус ҡаптарҙа туңдырғысҡа ҡуялар.

Еләктән

Ҡаҡ ҡойоу өсөн еләкте таҙартырға һәм һалҡын һыуҙа яҡшы итеп йыуырға кәрәк. Шунан блендер менән иҙеп, тәменә ҡарап шәкәр өҫтәргә. Килеп сыҡҡан массаны кәстрүлгә һалып, ҡайнап сыҡҡандан һуң  1 – 2 минут ҡына бешереп  алырға. Артабан табаға  тигеҙ итеп йәйеп һалып, ҡулға йәбешмәҫлек хәлгә еткергәнсе киптерергә. Ипләп кенә пергамент ҡағыҙын ҡаҡ менән бергә әйләндерергә һәм айырып алырға. Ысҡынмаған хәлдә, ситтәрен әҙ генә еүешләргә мөмкин. 

 Сейәнән 

1 кг сейә, 200 г бал. Сейәнең төшөн алып, ҡуйырғансы талғын утта бешерергә һәм бал ҡушып бутарға. Был ҡаҡты тәбиғи ысул менән ҡояшта киптерергә мөмкин. 

Баҡса еләгенән

1 кг еләк, ярты стакан шәкәр һәм тәменә ҡарап бөтнөк үләне алына.Еләкте блендер ярҙамында иҙергә һәм шәкәр   менән бөтнөк үләне ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Табаға пергамент ҡағыҙы түшәп, еләк иҙмәһен 5 мм ҡалынлыҡта тигеҙ итеп йәйергә һәм 60 – 70 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә ҡуйырға. Ҡаҡ тулыһынса кибеп, шыма ғына булғанға тиклем 6 – 8 сәғәт тоторға.

Алманан

 1 кг алма һәм тәменә ҡарап шәкәр.

Алманың ҡабығын һәм үҙәген таҙартып, ҙур булмаған киҫәктәргә турап, кәстрүлгә һалырға һәм бер аҙ шәкәр, емештең өҫтөнә 1 см сығырлыҡ итеп һыу өҫтәп, талғын утта ҡайнатырға. Йом­шарғас, блендер менән иҙергә. Һыуы күп  булһа, иҙерҙән алда  һарҡытырға онотмағыҙ. Ҡаҡ шыма, йоҡа ғына булһын тиһәгеҙ, иләк аша үткәрергә була. Әҙер иҙмәне шулай уҡ пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға тигеҙ итеп ҡойоп, 50 – 70 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә 20 минутҡа ҡуйырға. Һуңынан электр мейесен һүндереп, ишеген бер аҙ асып ҡуйығыҙ. Бер нисә сәғәттән һуң мейесте тағы ҡыҙҙырырға кәрәк. Унан тағы һүндерергә. Шул рәүешле ҡаҡ кипкәнгә  тиклем ҡабатларға. Ғәҙәттә, 1 – 2 көндә ул әҙер була. 

Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағаттан

1 кг ҡарағат, 0,7 кг шәкәр, 0,75 стакан һыу. Бешкән еләкте һайлап алып,   бер аҙ һыу ҡушып, йомшар­ғансы  ҡайнатырға.  Һуңынан уттан алып, һыуынғанын көтөргә һәм иләк аша үткәрергә. Иҙмәгә шәкәр өҫтәп, ҡуйы ҡаймаҡ хәленә еткәнсе бешерергә.  Әҙер массаны  йоҡа ғына итеп табаға йәйергә һәм мейескә ҡуйырға. Алманан ҡаҡ әҙерләгән кеүек, мейестең ишеген асып-асып алырға.   Бер-ике көндә әҙер  була. 

Сливанан

1 кг слива, 100 г шәкәр.Емеште яҡшы итеп йыуып, урталай киҫергә һәм һөйәген алырға. 2 – 3  ҡалаҡ һыу өҫтәп, кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, талғын утҡа ҡуйырға һәм   йомшарғансы 15 минут тирәһе бешерергә. Бер тигеҙ масса килеп сыҡһын өсөн  блендер менән яҡшы итеп иҙергә. Шулай уҡ иләк аша үткәрергә лә мөмкин. Иҙмәгә шәкәр ҡушып, ул иреп бөтһөн өсөн  яҡшы итеп бутарға. Слива әсе булһа, шәкәрҙе күберәк ҡушырға кәрәк. Артабан талғын утта болғата-болғата  тағы 10 – 15 минут бешерергә һәм батмусҡа тигеҙ итеп ҡойоп, киптерергә.

Абрикостан

1 кг абрикос һәм 40 г шәкәр. Бөтөнләй шәкәр ҡушмайынса ла эшләргә мөмкин, был осраҡта әҙерәк әсерәк була. Шулай уҡ шәкәр урынына бал ҡушырға мөмкин. Емештең иң матурҙарын һайлап алып, төшөн алырға.  Блендер менән йә ит үткәргес аша үткәреп,  иҙергә. Ҡаҡ шымараҡ булһын өсөн  иҙмәне иләк аша үткәрергә. Әлбиттә, быны эшләмәһәң дә була. Шәкәр йә бал ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Ҡаҡҡа үҙенсәлекле тәм бирергә теләһәгеҙ, ваҡланған сәтләүек, дәрсен кеүек өҫтәмәләр ҡушырға мөмкин. Артабан  шулай уҡ пергамент ҡағыҙы түшәлгән     табала мейестә, махсус еләк-емеш киптергестә йә асыҡ һауала ҡояш аҫтында  киптерергә. Был – емеште бешермәй генә әҙерләнгән ҡаҡ. Алдағы рецептарҙағы кеүек,  бешереп тә эшләргә була. Был осраҡта иҙмәне ҡуйырғансы бешерергә кәрәк. Ундай ҡаҡ оҙағыраҡ һаҡлана. 

Ҡабаҡтан

500 г ҡабаҡ, шәкәр, 2 балғалаҡ имбирь  һәм 2 балғалаҡ дәрсен. Ҡабығы таҙартылған ҡабаҡты бәләкәй шаҡмаҡтарға турап,  кәстрүлгә һалырға һәм көймәһен өсөн саҡ ҡына һыу ҡушып, бешерергә.  Йомшарғас, блендер менән иҙергә, тәмләткестәр һәм шәкәр  ҡушып бутарға. Ҡабаҡ татлы булһа, шәкәр  ҡушмаҫҡа ла мөмкин.     Әҙер ҡабаҡ иҙ­мәһен йоҡа итеп пергамент ҡағыҙы түшәлгән табаға йәйергә һәм 4 – 5 сәғәт самаһы ишеге асыҡ мейестә тоторға. Әҙер булғас, ҡағыҙҙан тиҙ генә айырылған ҡаҡты  рулет итеп төрөргә.    

Автор:Сажида Лутфуллина
Читайте нас: