Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2021, 07:00

Өйрәнегеҙ һәм хата эшләүҙән ҡурҡмағыҙ

Остаз үҙенең бар ғилемен тапшырып ҡалдырыу ниәте менән иң һәләтле, иң зирәк уҡыусыһын асыҡламаҡсы булып, үҫмерҙәрҙе йыйған.

– Бер сетерекле мәсьәлә килеп тыуҙы. Күрәһегеҙме, анауында бик ауыр, ҙур ишек тора. Кемегеҙ уны ярҙамсыһыҙ ғына аса ала? – тип һораған ул.Уҡыусылар берәм-берәм ишеккә барып ҡараған. Кемдер эткән, кемдер тартҡан. Берәүҙәр келәһен тикшергән, икенселәр – материалының үҙенсәле­ген. Тик, үкенескә күрә, ишек асылмаған.Бер уҡыусы ғына тикшеренеүен дауам иткән: шаҡып ҡараған, тотҡаһын, күгәнен, ишектең өҫтөн ҡапшаған, ҡайһы бер тапҡырына баҫҡылап та алған. Һәммәһе лә, ишек бикле йә берәй нәмәгә эләгеп тора, тип уйлаған.Бына теге үҫмер еңел һулаған һәм ишекте ипләп кенә эткән. Уныһы асылып та киткән. Остаз шулай итеп үҙенә вариҫ тапҡан.– Ишек әҙ генә этеү ҙә етә торған итеп эшләнгән. Быны асыҡларға ғына кәрәк ине. Тормошта уңышҡа өлгәшеү бер нисә төп факторҙан тора. Беренсенән, ысынбарлыҡты тулыһынса өйрәнеүгә ваҡыт йәлләмәгеҙ, тойғоларығыҙға ҡамасауламағыҙ. Икенсенән, ашығыс ҡарар ҡабул итмәгеҙ. Өсөнсөнән, ҡарар ҡабул итерлек ҡыйыу булығыҙ. Дүртенсенән, ҡарар сығарһағыҙ, шикләнмәгеҙ, алға ышаныслы барығыҙ. Бишенсенән, иғтибар йүнәлтегеҙ, көс сарыф итегеҙ. Һәм иң мөһиме – хата яһауҙан ҡурҡмағыҙ, – тигән остаз уҡыусыларына.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: