Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2021, 16:28

Баҡсала ла прививка эшләтергә була

 15 июлдә Өфө баҡсасылары үҙҙәренең баҡсаһында ғына прививка эшләтә ала.

Баҡсала ла прививка эшләтергә була
Баҡсала ла прививка эшләтергә була

 

Баҡсасылар ширҡәте рәйесенең ғаризаһы буйынса баҡсаларға сығып вакцина эшләүсе мобиль төркөм эшләәй башлай. Был хаҡта Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев  оператив штабтың ултырышында хәбәр итте. Бынан тыш, “Берҙәм Рәсәй” партияһының ирекмәндәре  оло йәштәге һәм сәләмәтлектәре арҡаһында үҙҙәре йөрөй алмаған  граждандарҙы  автомобилдәрҙә вакциналау пунктына алып бара, һуңынан кире өйҙәренә илтеп ҡуя.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының колл-үҙәге операторҙары  иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем 8-800-201-89-03 телефон һандары  буйынса  кешеләрҙән ғаризалар ҡабул итә.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: