Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2021, 14:30

Республикаға бәлә-ҡаза килтереүселәрҙең фотоһүрәттәре барыһына ла күрһәтеләсәк

Бөгөнгө хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктәге янғындар буйынса үҙ фекерен әйтте. ⏬

Республикаға бәлә-ҡаза килтереүселәр барыһына ла күрһәтеләсәк
Республикаға бәлә-ҡаза килтереүселәр барыһына ла күрһәтеләсәк

Ул бөтә матбуғат һәм киң мәғлүмәт баҫмаларына янғын хәүефе тураһында иҫкәртеүҙе дауам итергә бойорҙо һәм урмандарҙа ут сығыуға сәбәпле граждандарҙың һүрәттәре телевидениела күренһен тине.

«Показывайте их. Столько бед из-за них приходит…», – тине.

Радий Хәбиров республикала янғындар менән хәл дөйөм алғанда ҡатмарлы тип белдерҙе. Күп урында ут сыға, ҡайһы бер муниципалитеттарҙа ут кеше йәшәгән урындарҙа үтә яҡын килгән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: