Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2021, 11:10

Коляскала ултырған ир-уҙамандар ярты йылда өй төҙөп сыға

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәүсе Ҡунаҡҡоловтар күптәргә өлгө булырлыҡ

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында урам буйлап атлаған ҡунаҡтарҙың иғтибарын ғәҙәти булмаған бер күренеш үҙенә тартты. Бер яңы йорттоң ҡапҡаһы алдында өс ир-егет инвалид коляскаларында теҙелеп кенә ултырып байрам барышын күҙәтә ине. Төҫ-баштарына ҡарап, уларҙың ағалы-ҡустылы икәнен сырамытырға була. Сараны алып барыусы Йәнекәй клубы мөдире Идиә Ғәлимова халыҡтан бер минутҡа ғына улар янында туҡталыуын һораны. 

Арабыҙҙа баш ҡаланан ҡунаҡтар, билдәле яҡташтар, хатта ҡоролтай депутаты ла бар ине. Бөтәһе лә, моғайын, башта минең кеүек уйлағандыр: хәҙер  ағай-энеләрҙең аяныслы яҙмышын һөйләп, йә махсус интернатҡа урынлаштырырға, йә шифаханаға путевка юлларға ярҙам итергә һорар... 

Әммә ул көтөлмәгән һүҙҙәр әйтте: “Кешеләр, ошо егеттәрҙән үрнәк алығыҙ! Бала саҡтан физик мөм­кинлектәре сикләнгән, коляска ярҙамында ғына йөрөгән бер туған Ҡунаҡҡоловтар, бер ҡайҙан да ярҙам һорамай, ярты йыл эсендә бына ошо йортто үҙҙәре төҙөп сыҡты! Әле уртансылары Рафиҡ кәләш алып ебәргәс, ҡапҡа эстәрендә Фәиз менән Рәфискә тағы бер өй башланылар. Ҡунаҡ­ҡоловтар эсмәй, тартмай, ҡулдары эш белә, өсөһө лә бынамын тигән гармунсы. Улар тураһында һөйләгеҙ, яҙығыҙ: әйҙә, алты ағзаһы теүәл булып та, эскелеккә бирелеп, бер ҡайҙа ла эшләмәй, ғаилә ҡормай, ата-әсәһенең елкәһен кимереп ятҡан, тормошҡа зарланыуҙан башҡаны белмәгән әзмәүерҙәй һау ирҙәргә оят булһын...

”Байтаҡ ят кеше алдында үҙҙәрен уңайһыҙ тойған коляскалағы ағай-энеләр, йөҙҙәрен йәшереп, һөйлә­шеүҙән дә, мәҙәниәт йорто музыканты тәҡдим иткән гармундан да баш тартһа ла, аулаҡ тороп ҡалғас, һүҙгә әүәҫ кенә булып сыҡтылар. Халыҡ ағымы Ҡунаҡҡолов­тарға маҡтау һүҙҙәре әйтеп, ҡул сабып, һоҡланыуын белдерҙе лә ары атланы. 

50 йәштәге Фәиз, 45 йәшлек Рафиҡ һәм унан өс йәшкә кесе Рәфис күп балалы Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә иҫән-һау малайҙар булып тыуған. Бөтә башҡа балалар кеүек 7 йәштән уҡырға барғандар, тик башланғыс мәктәпте тамамлауға ниндәйҙер генетик сир (үҙҙәре, диагнозды белмәйбеҙ, тине) өсөһөн дә бер-бер артлы аяҡтан йыға. Улар Йылайырҙа инвалидтар өсөн махсус интернатта уҡый һәм аҙаҡ тыуған ауылдарына ҡайтып, ата-әсәһе менән йәшәй. Ололар бер-бер артлы вафат булғас, иҫке генә өйҙә өсәүләп ҡалалар. Тора-бара ул йәшәргә эшкинмәй башлағас, Ҡунаҡҡоловтар буш торған күрше йортҡа күсеп, үҙҙәренә яңы өй һалырға тәүәккәлләй һәм өс йыл элек был теләктәрен бойомға ашыра.“Өсөбөҙгә лә пенсия сыға. Аҡсаны юҡ-барға туҙҙырмай йыйып барғайныҡ, шуға төҙөлөш материалдары алдыҡ та, кеше яллап эшләттек. Шунда күмәкләп йәшәрбеҙ тигәйнек, тик бына ағай өйләнеп ташланы. Уларға ҡамасауламаҫ өсөн башҡа сығырға булдыҡ. Әле ҡапҡа эсендә башы ябылған 7х9 бурабыҙ ултыра. Тик бына төҙөлөш материалдары ҡый­батланды ла китте. Тәүге­һендәге кеүек алдан туплаған аҡса ла юҡ, йыйылған тиклеменә нимәлер алып эшләтәбеҙ ҙә тағы аҡса булғансы   төҙөлөш туҡтап тора”, – тип һөйләне кеселәре Рәфис.Рафиҡтың өйләнеүе уйла­мағанда була: ул интернет менән файҙалана белгән ҡустыһы аша Йылайырҙа бергә уҡыған иптәштәрен эҙләп ҡарарға уйлай. Ысынында иһә яҙмышын эҙләгән булып сыға. Рафиҡҡа Ейәнсура районынан Гөлфиә Халиҡова ғына яуап бирә. Ҡатындың тормошо еңелдән булмай: күҙ терәп торған яҡындары бер-бер артлы үлеп киткән, ғаилә ҡороп ҡараған кешеһе менән дә бер нәмә лә килеп сыҡмаған. Ҡайҙа барып баш төртөргә белмәгән Гөлфиәне Рафиҡ үҙҙәренә Йәнекәйгә ҡунаҡҡа саҡыра. “Уҙған декабрь айында миңә Яңы йыл бүләге булып килеп төштө ул, – тип образлы ғына итеп һөйләп ебәрҙе Рафиҡ. – Шунан ирле-ҡатынлы булып йәшәнек тә киттек”.

“Өс инвалид ир кешене ҡарау һиңә ауыр түгелме һуң?” – тип һорайым. Гөлфиә: “Юҡ, улар үҙҙәре миңә ярҙам итә”, – тип әйтеп тә өлгөрмәне, Рафиҡ һүҙен бүлдерҙе: “Беҙ бит Гөлфиәгә тиклем дә нисектер йәшәнек. Икмәкте лә һатып алмай, үҙебеҙ әсетеп бешерә торғайныҡ. Әле лә бәләбеҙҙе һалып ултырмайбыҙ, бөтә эште күмәкләп башҡарабыҙ. Һин беҙҙе көнө буйы коляскала тик ултыра тип уйлама. Өй мейес менән йылытыла, утынды ла йә ошолай ултырған килеш, йә ергә тубыҡланып алып, үҙебеҙ ярабыҙ, картуф сәсеп тәрбиәләйбеҙ, ашарға ла бешерәбеҙ, өҫтөбөҙҙө лә йыуабыҙ. Атай-әсәй тере саҡта мал ҡараштыҡ, улар үлгәс тә ҡош-ҡорт көтөп маташтыҡ әле. Беҙ әле ике балалы Сания исемле һеңлебеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ул күрше ауылдан айырылып ҡайтҡас, өй һатып алып бирҙек. Унда ла газ юҡ. Шулай бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйбеҙ”, – тип һөйләне Рафиҡ.

Ҡунаҡҡоловтар тик үҙҙәренә генә ышана, кемдер ярҙам итергә тейеш тип, дәүләттән, хакимиәттән, ауылдаштарынан көтөп ултырмай. “Әммә был улар ярҙамға мохтаж түгел тигәнде аңлатмай, – тине Идиә Ғәлимова аҙаҡ был хаҡта үҙе менән һөйләшкәндә. – Пенсияға ғына бер-бер артлы ике өй һалыу өсөн уны ни тиклем ҡыҫып тотонорға кәрәклеген һәр кем аңлай. Ул ғына аҡсаға өйҙәренә газ да үткәрә алмаясаҡтар. Егеттәргә аралашыу ҙа етмәй, шуға интернеттан файҙалана алыу өсөн телефон менән ярҙам итеүселәр табылһа, бик яҡшы булыр ине. Әле уларҙың күмәгенә бер ябай телефон. Өйҙө эшләп бөтһәк, “һыйпай” торғанын алып, ватсаптан ғына хәбәрҙәр ебәреп ятыр инек, тип хыялланалар. Гәзиттән уҡып, ярҙам итергә теләүселәр табылһа, оло сауап алырҙар ине, әлбиттә”.

Йыш ҡына замандаштарҙың: ”Хәҙер мохтаж әҙәмдәр ҙә юҡ бит, ҡайһы саҡ хәйер бирәм тиһәң дә кеше табып булмай”, – тигәнен ишетәһең. Бар ул мохтаждар, тик ундайҙар һоранып йөрөмәй. Физик яҡтан кәмселекле булһалар ҙа, әхләҡи, рухи яҡтан үҙҙәрен лайыҡлы тота беләләр.

Рәхимә МУСИНА.Әбйәлил районы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: