Йәмғиәт
26 Мая 2020, 08:15

Илдәр – тыныс, күктәр аяҙ булһын

Донъя бер урында ғына тик тормай. Кешеләр һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, яңынан-яңы асыш яһай. Ләкин тормош алға киткән һайын хәл итергә тейешле мәсьәләләр ҙә бермә-бер арта. Уларҙың рәтенә беҙ бик күп экология проблемаһын, телдәр юғалыу кеүек йәмғиәт проблемаларын индерә алабыҙ. Бөтә кешелекте борсоған һорауҙар араһында һуғыш мәсьәләһе лә киҫкен тора.


Һуғыштар донъяла элек-электән барған. Уларҙың бөтәһендә лә күпләп кешеләр ҡырылған, балалар етем ҡалған, тотош дәүләттәр, тимәк, телдәр ҙә юҡҡа сыҡҡан.

Башҡортостан һәм, ғөмүмән, Рәсәй тарихында ла ҡан ҡойоштар бик күп булған. Миҫалға Бөйөк Ватан һуғышын килтерәйек. Тыуған илде һаҡлауға күтәрелгән нисәмә миллионлаған кеше яу яланында ятып ҡалған, күпме яҙмыш емерелгән. Ҡәһәрле афәттең эҙемтәләрен һанай башлаһаң, сәстәр үрә тора.

Һуғыштың тулы картинаһын беҙгә китаптар ҙа аса. Мәҫәлән, рус яҙыусыһы Михаил Шолоховтың “Кеше яҙмышы" исемле хикәйәһендә Андрей Соколовтың фронтҡа алыныуы, немецтарҙа әсирҙә булыуы һәм бөтә ғаиләһен юғалтыуы тураһында һүҙ алып барыла. Төп герой образында беҙ бер кешенең генә түгел, ә бөтә халыҡтың аяныслы тарихын күрәбеҙ.

Һуғыш кеүек ҡурҡыныс афәттең тағы ла ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Быны билдәле сәйәсәт эшмәкәре Уолтер Мондейлдың: "Өсөнсө донъя һуғышының ветерандары булмаясаҡ" тигән һүҙҙәре асыҡ әйтеп бирә. Кешелек атом ҡоралы менән ҡоралланған, ул бар цивилизацияны юҡҡа сығарасаҡ.

Ҡот осҡос ғәрәсәттәр ҡабатланмаһын өсөн йәш быуын тарихты онотмаҫҡа тейеш. Бының өсөн, минеңсә, ил кимәлендә "Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!" тигән кеүек акцияларҙы күберәк үткәреү зарур. Уларҙа кешеләр үҙҙәренең атай-олатайҙарының ҡаһарманлыҡтары тураһында балаларға, йәштәргә һөйләр ине.

Икенсенән, тыныс тормоштың тағы ла бер мөһим сере – халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ. Ул көслө икән, донъя ла имен торасаҡ.

Шулай итеп, илебеҙҙең тыныс күге – беҙҙең ҡулдарҙа. Ошо тыныслыҡты, матурлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ.


Айгүзәл ЯУБАҪАРОВА,

Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас