Йәмғиәт
26 Мая 2020, 08:06

Халыҡ күңеленең ҡыңғырауын һаҡлайыҡ

...Дәрескә саҡырып, моңло ҡың­ғырау шылтыраны. Уҡытыусы апай инде лә матур ҡарашын беҙгә тө­бәне. Уның яңы тема аңлатыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ә ул, йылмайып: “Балалар, һеҙ туған тел тураһында ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ?” – тип һүҙ башланы. Мин йәһәтләп ҡулымды күтәрҙем...


Шул ваҡытта һиҫкәнеп, йо­ҡомдан уяндым. Төш күреп ятам икән. Уны тағы бер ҡат күҙ алдымдан кисерҙем дә йылмайып ҡуйҙым. Бына нисек итеп туған телемде яратам, хатта төшөмдә лә уның тураһында уйлайым. Эйе, яратмаҫлыҡ түгел шул ул минең телем!

Туған тел! Һәр кем өсөн дә ғәзиз һүҙ был. Иң ҡәҙерле “әсәй”, “атай” һүҙҙәрен дә туған телдә әйтәбеҙ. Бер-беребеҙ менән аңлашабыҙ, шатлыҡ-ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡла­ша­быҙ, йөрәк түрендә һаҡланған иң изге тойғоларыбыҙҙы асабыҙ. Минең уйлауымса, һәр беребеҙ кеше булыр өсөн туған телен, тыуған илен яратырға тейеш.

Боронғо заманда ауыр яуҙа, илебеҙҙе дошман аяғы баҫҡанда, йыйындарҙа атаҡлы сәсәндәребеҙ халыҡҡа тел ярҙамында мөрәжәғәт иткән. Илде һаҡларға саҡырған, батырлыҡҡа рухландырған, татыу­лыҡҡа, изгелеккә өндәгән.

М. Аҡмулла, Р. Ғарипов, Р. Бикбаев, М. Кәрим, Б. Бикбай, Р. Ниғмәти, Ш. Бабич һымаҡ халҡым, телем, тип янған билдәле шәхес­тәребеҙҙең илһөйәрлек, тел­һө­йәрлек тәрбиәләүҙең гүзәл өлгө­ләре икәнен күптән беләм. Улар­ҙың әҫәрҙәре аша туған телемдең бөйөклөгөн аңлайым.

Бай, һутлы, нескә, һандуғас йырылай наҙлы телебеҙ аша беҙ быуаттар артынан Ҡараһаҡал, Салауат батырҙар оранын, Аҡмулланың нәсихәттәрен ишет­кәндәй булабыҙ.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел.

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!.. – тип бик дөрөҫ яҙған Башҡор­тостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов. Ни өсөн автор тел проблемаһын күтәрә? Һеҙҙең был турала уйланғанығыҙ бармы, милләттәштәрем? Беренсенән, телгә кәмһетеп ҡараусыларға уның йөрәге әрней. Икенсенән, ул телдең ниндәй бөйөк көскә эйә икәнен иҫбат итә. Өсөнсөнән, телде кәмһетеүселәрҙең кеше булырға ла хаҡы юҡ, ти. Телде кәмһетеүселәргә юл ҡуймаҫҡа ҡуша. Мин шағирҙың һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм.

Үҙ туған телен өҙөлөп һөйгән, тарихын өйрәнгән, милләтемде хөр­мәт иткән, башҡорт рухлы бала булам. Тыуғас та әсәйемдең наҙлы итеп “балам” тигән һүҙен туған те­лемдә ишеткәнмен. Тәүге тапҡыр «әсәй» тип әйткәнмен. Бының менән сикһеҙ ғорурланам.

Мин бәхетлемен. Был һүҙҙәрҙе ғәзиз еремдә, үҙ илемдә, үҙ те­лемдә, милләт­тәштәрем араһында әйтәм. Ә үҙ илендә, атай-олатайҙар төйәгендә йәшәп тә, үҙен сит милләт кешеһе итеп күрһәтергә теләп, икенсе телдә генә һөйләшеп йөрөүселәр ҙә арабыҙҙа бик күп. Ундайҙарҙы ни бары “бахыр” тип кенә атайым.

Телемде яратам, хөрмәт итәм. Бының өсөн миңә нимәләр тәьҫир иткән, тиһегеҙме? Әсәйемдең би­шек йырҙарынан туған телемдең матурлығын аңлап үҫтем. Өлә­сәйемдең, башымдан һыйпап: “Балаҡайым, бер ҡасан да үҙ телеңде онотма, туған телеңде балаларыңа өйрәтерһең!” – тигән һүҙҙәрен бөгөнгөләй хәтерләйем.

Башҡорт телендә гәзит-журналдар, китаптар уҡыйым. Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен уҡығанда, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Сафия балаһын юғалтмаҫ өсөн поезд баҫҡысында, тимергә йәбешеп, нисәмә саҡрым юл үтә. Улын иркәләп кенә үҫтерә, ләкин балаһы уның өмөтөн аҡламай. Тормош диңгеҙендә үҙ моңон, үҙ телен юғалта. Аталары башҡорт булһа ла, ике улы бер ауыҙ ҙа һүҙ башҡортса белмәй үҫә… Башҡортса, йәғни үҙҙәре аңламаған телдә һөй­ләшкән өләсәһенә асыуланып, биш йәшлек ейәне уға уйынсыҡ пистолеттан ата. Сафияның улы ла үҙ телен бел­мәгән, уны балаларына өйрәтә ал­маған. Ә ҡартлығы нисек булыр һуң? Үҙ туған телен бел­мәгәс, халҡының ғөрөф-ғәҙәт­тә­рен үтәмәгәс, ата-әсәһенә ҡарата миһырбанһыҙ булмаҫ, тип кем генә әйтә алыр? Ундайҙарҙы Сафия яҙмышы көтөп тормаймы?

Башҡорт телендә тапшырыуҙар, программалар, йәнһүрәттәр ҡа­ра­йым. Рус егете Вячеслав Чер­невтың башҡортса һөйләшеүен тыңлап, хайран ҡалам. Бына бит ниндәй шәхестәр бар! Өфөгә барғас, театрға йөрөйбөҙ. Унда башҡортса һөйләшкән кешеләрҙе күреп шатланам. Алтаҡталарҙа хаталы яҙылған һүҙҙәрҙе күреп, күңелем төшә. Туған телемдәге йыр-моңға, бейеүҙәргә лә бик ғашиҡмын. Башҡорт хал­ҡының бөйөк шәхес­тәре, театр донъяһы, сәнғәте тураһында кү­берәк белергә тырышам.

Бейеү түңәрәгенә йөрөйөм. Шун­да башҡорт егет һәм ҡыҙҙарының русса ғына аралашыуына ғәжәп­ләнеп ҡайтам. Әнғәм Атнабаев бындайҙар тураһында:

Күкрәк һөтөләй саф әсә телен

Әйләндерҙем мама теленә.

Ни русса, ни башҡортса белмәҫ

Имгәтелгән быуын тилерә, –

тип яҙҙы. Нисек инде үҙ телеңде шул дәрәжәлә яратмаҫҡа, хөрмәт ит­мәҫкә мөмкин?!

Туған телдәрен белмәүселәргә һәр ваҡыт ғәжәпләнеп ҡарайым. Беребеҙгә лә сер түгел, күптәре үҙ телендә аралашырға ояла. Рәми Ғарипов әйткәнсә, уларҙы кәм күңелле кешеләр, тиер инем.

Телдең бөгөн тотҡан урыны, ки­ләсәге өсөн дә борсолам. Донъя­ның төрлө мөйөшөндә йәшәүсе мил­ләттәштәрем бөгөн интернет аша бына тигән итеп аралаша. Баш­ҡорттар ойошторған сайттар ҙа күп. Ләкин ул сайттарҙың күбеһе рус телендә.

Шулай ҙа үҙемде борсоған, уйландырған бер нисә мәсьәләгә туҡталғым килә. Ниңә башҡорттар, башҡортса һөйләшһә лә, телде боҙа? Улар телдәрен кәмһетеү менән үҙҙәрен дә кәмһетә түгелме?

Бөгөнгө заман йәштәре (йәғни беҙ) социаль селтәрҙәрҙә үҙ-ара аралаша. Иң уйландырғаны шул: үҙ телебеҙҙең дә мөмкинлектәре күп була тороп, фекерҙәр ни өсөндөр саф башҡортса яҙылмай. Ниңә телдән ситләшәбеҙ? Минеңсә, бының сәбәптәре күп. Компьютер уйындарында, сериалдарҙа сит тел һүҙҙәрен ишетәбеҙ. Телевизорҙа күберәк рус телендәге тапшырыу­ҙарҙы ҡарайбыҙ. Әҙәби китап уҡымайбыҙ, беҙҙе уратҡан сит милләт кешеләре лә тәьҫир итә.

Туған телдә һөйләшмәү күңеле­беҙҙе ярлыландыра. Ә инде унда һөйләшеп тә, байлығын үҙләш­термәй, ярлы ғына телдә ара­лашһаҡ, беҙ уның һутын той­маясаҡ­быҙ. Ә һутһыҙ тел ижадҡа нигеҙ була алмай.

Туған телдән мәхрүм ителеп йәки ярты-йорто телгә генә өйрәнеп, халҡыбыҙҙың кеше булырға өйрәткән әкиәттәренән, эпостарынан, тормоштоң төрлө осрағына ярашлы барлыҡҡа килгән мәҡәл-әйтемдәренән, һынамыштарынан, юрауҙарынан яҙырбыҙ. Шунан ят йола, ғәҙәттәр, зыянлы күре­нештәр үҙләштереләсәк.

Ә туған теленән мәхрүм кешеләр сәләмәтлегенә шифа бирерҙәй халыҡ моңон аңлармы? Сит моңдарҙан ошо ҡөҙрәтле көстө ала алырмы? Ундайҙар күңел ауырыуын нимә менән дауалар?

Туған теленән айырылған ке­шенең үҙ мөхите булмай. Ундай әҙәм күңел йыуанысы таба алмай, ят мөхит уны ҡабул да итмәй. Бөгөнгө йәштәргә күҙ һалһаҡ, улар кем менән генә танышмай, кем менән генә ғаилә ҡормай. Башҡорт ҡыҙҙары башҡа милләт егетенә кейәүгә сығып, егеттәребеҙ сит милләт ҡыҙҙарын алып, телдәрен юғалтмаймы? Сит ил кешеһе менән ғаилә ҡороу мәртәбәме? Аҡылмы? Дәрәжәме? Талантмы? Уңыш ҡаҙаныумы? Ә бит ҡырҡ йәштән уҙған осор – кешенең үткәнен һағыныу осоро, ти өлкәндәр. Ошо мәлдә уны тәрән һағыш баҫа. Әммә йәшәгән ерен ташлап, тыуған яғына ҡайта алмай – балалары, ғаиләһе, эше унда. Ошондай осраҡта уның күңелен ваҡытында аҡыл бирә алмаған атай-әсәйҙәренә ҡарата әрнеү баҫмаҫмы? Уларҙың әрнеүе нәҫелебеҙгә йән ғазабы булып ҡайтмаҫмы?

Ни өсөн бөгөн енәйәтселек үҫә? Тәрәнерәк уйлап ҡараһаҡ, уның тамыры алыҫҡа китә түгелме? Телен яратмаған кеше яҡшы була алмай, енәйәтселек юлына ла баҫа. Өйләнешеү, айырылышыуға ҡул һелтәп ҡараған кешенән дә яҡшы ғаиләләр барлыҡҡа килмәй. Етем балалар күбәйә. Ата-әсә наҙы күрмәгән, туған телен һөймәгән, милли ғорурлыҡ хисе булмаған кешеләр яҡшы була алмай.

Үҙ туған телен ихтирам иткән, үҙ телендә моңло көй тыңлаған, йыр йырлаған, китап уҡыған кешенең күңелендә насар уй тыумай. Туған телдең ҡәҙерен белгән кеше, башҡаларға ауыр һүҙ әйтеп, уларҙы рәнйетеп, күңелен төшөрә алмаҫ. Ундайҙар башҡа милләт телен дә хөрмәт итер, кешеләр менән дуҫ йәшәр.

Башҡорт милләтенең өмөтө беҙгә – киләсәк быуынға төбәлгән. “Һин кем?” – тип һорау биргәндә, көр тауыш менән: “Мин – башҡортмон!” – тип әйтә белергә кәрәк.

Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен

Халҡымдың телен,

Ә кем уны һанға һуҡмай,

Хурлай тик үҙен!..

Баязит Бикбайҙың ошо шиғри юлдары бик ныҡ тәрән мәғәнәгә эйә. Мин дә уларҙы ҡабул итәм. Үҙ телен һанға һуҡмаған кеше үҙенең тамырын үҙе ҡорота! Тамырһыҙ үҫемлек йәшәй алмаған кеүек, милләт тә тамырһыҙ ҡорой.

Мин мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа осоромдо, нимә эшләремде бел­мәйенсә, һауа шары һымаҡ, үҙ оямдан киң донъяға осоп сығам. Яҙмыш ҡайһы тарафтарға илтер? Ниндәй һуҡмаҡтарҙан атлатыр? Юлдарым уңырмы? Ләкин ҡайҙа ғына булһам да, иң ныҡ матурлыҡ һәм мөхәббәт ептәре менән тыуған Башҡортостаныма бәйле булырмын һәм телемә тоғро ҡалырмын, тип ышанам.

Һүҙемде йомғаҡлап, бөйөк Рәми әйткәнсә, телебеҙҙең бай ҙа, көслө лә, яғымлы ла булыуы менән ғорурланып йәшәйек! Халҡыбыҙҙың яҙмышын ҡайғыртайыҡ, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе бөтөрөүгә юл ҡуй­майыҡ! Тел – халыҡ күңеленең ҡыңғырауы. Уның моңо алыҫҡа яңғыраһын. Киләсәк балалары ла туған телендә уҡыһын, яҙһын, аралашһын, хатта минең кеүек төштәр күрһен. Ә телдең киләсәге – кеше ҡулында! Һинең менән минең ҡулымда!


Илнар ӘХМӘТХАНОВ,

Баҡалы районы Баҡалы ауылының 1-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы.
Фото: Т.Аманов


Читайте нас