Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2020, 12:34

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләне. Ул үҙенең барлыҡҡа килеүенән төрлө һынауға күп дусар була. Күләме, ҡорбандары һаны, юғалтыуҙары, емерелеүҙәре буйынса Бөйөк Ватан һуғышына еткән афәт юҡ. Ул СССР халҡының һәр ғаиләһе аша үтә һәм шауҡымы һаман да һиҙелә.


1945 йылдың Еңеү яҙын беҙ оло ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Тыуған илебеҙҙе фашистарҙан ҡотҡарған ҡаһарман олатайҙарыбыҙҙы, тылда фронт өсөн барыһын да фронт өсөн етештергән халыҡты мәңге оноторға тейеш түгелбеҙ!


Ҡот осҡос һуғышта ҡатнашыусылар һәм шаһиттар йылдан-йыл кәмей. Беҙгә шуға ла Бөйөк Ватан һуғышының дөрөҫ тарихын киләсәккә тапшырыу аманат итеп бирелгән. Быға ундағы ысынбарлыҡты һөйләү, легендар шәхестәре һәм батырҙары ҡылған эштәре тураһында мәғлүмәтле булыу инә.

Хәҙерге йәмғиәттә, мәғлүмәти технологиялар донъяһында намыҫ, выждан, дәрәжә кеүек бөйөк төшөнсәләрҙе алмаштырыу, инҡар итеү бер ни тормай. Әле яңыраҡ ҡына бөтә донъя совет иленең фашистик Германияны еңеүен һис тә инҡар итмәй ине. Әммә бөгөн бәғзе берәүҙәр тарихты ҡабаттан үҙгәртмәксе. Советтар Союзын нацист Германияһына тиңләйҙәр, вәхшиҙәрсә һуғыш башлауҙа ғәйепләйҙәр, һалдаттарҙың батырлыҡтарын кәмһетәләр, һәйкәлдәрҙе емерәләр...

Ошонан сығып, беҙҙең алда совет халҡының оло ҡаҙанышын һәм еңеүен юҡҡа сығарыуҙы, тарихты боҙоп яҙыуға юл ҡуймау бурысы тора. Бының өсөн һәр ғаилә, белем биреү учреждениеһы, йәмәғәт ойошмаһы, йәштәр хәрәкәте һуғышта ҡатнашыусылар, тыл ҡаһармандары, һуғыш балалары тураһында һөйләргә, фиҙаҡәр батырлыҡтарын данларға тейеш. Әлбиттә, бындай эш алып барыла, төрлө күләмле саралар уҙғарыла. Бында иң һөҙөмтәлеһе - яуҙа үҙе ҡатнашҡан йәки шаһит булған кешенең үҙе һөйләүе һәм наградаларын күрһәтеүе. Һәр ғаилә, ата-бабаларының яҡты иҫтәлеген - орден-миҙалдарын ҡәҙерләп һаҡлай, батырлыҡтары тураһында һөйләй. Шуның аша үҫеп килгән быуында үҙ нәҫеле өсөн ғорурлыҡ хисе тыуа. Балалар олатай-өләсәйҙәренең шанлы һәм данлы үткәнен белеп, уларға оҡшарға тырышып, үҙҙәренең ҡылыҡтары өсөн улар алдында яуаплылыҡ тойорға тейеш.


Беҙҙең Мәҡсүтовтар ғаиләһенән олатайым Абдрахман Шәмсеүәр улы яуҙа ҡатнашҡан. Ул 1939-1940 йылдарҙағы Фин һуғышында була һәм 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына саҡырыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1943 йылда хәбәрһеҙ юғала. Шулай ҙа уны онотмайбыҙ. Ҡылған батырлыҡтарын иҫкә алабыҙ һәм йыл һайын фоторәсемен тотоп, “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашабыҙ.

Әйткәндәй, был сараның әһәмиәте бик ҙур. 9 майҙы һәр ваҡыттағыса тулҡынланып ҡаршы алам. Иртән гимназия ишеге алдында уҡыусылар, уҡытыусылар, ауыл халҡы йыйылып, сафҡа теҙелә. Унан һуң ауылдың һәр урамынан яугир, тыл ҡаһарманы булған туғандарыбыҙҙың портреттарын тотоп үтәбеҙ. Иң тулҡынландырғысы: минеңсә, фоторәсемдәр йәнләнә, ҡасандыр һуғышҡа китеп, ҡайта алмаған ауылдаштар тыуған ауылына ҡарап һоҡлана төҫлө. “Беҙ ҡаныбыҙҙы юҡҡа түкмәгәнбеҙ икән, балалар! Тормошоғоҙ матур, тыныс, ҡәҙерен белеп кенә йәшәгеҙ тигән кеүек улар.

Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы хәтерҙе быуындан-быуынға тапшырыу, һаҡлап ҡалыу - бик мөһим эш. Йәш быуында ветерандарға ҡарата хөрмәт, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләнергә тейеш. Ҡайғы-хәсрәт килтергән афәт ҡабатламаҫһын өсөн үткәндәрҙе оноторға ярамай! Һуғыш ҡорбандарын иҫтә тотасаҡбыҙ! Беҙ хәтерләһәк, улар тере. Тиҫтәләрсә йылдар үтә, быуындар алмашына, әммә илебеҙ халҡы ҡаһарманлығын онотоу мөмкин түгел! Ярамай!


Өлфәт МӘҠСҮТОВ,

Көйөргәҙе районы Яңы Таймаҫ ауылы Р.Солтангәрәев исемендәге гимназияның 11 класс уҡыусыһы.

Фото: Т.Аманов

Читайте нас: