Йәмғиәт
18 Мая 2020, 12:26

Бәхетле ғаилә – ил тотҡаһы

Ғаилә... Шундай изге, тәрән мәғәнәле, бөйөк һүҙ! Һәр кем уны үҙенсә аңлай. Ә минеңсә, ғаилә – ул ир һәм ҡатын ҡорған бәләкәй донъя. Ул мөхәббәттән, һөйөүгә иҫереп йөрөгән ҡанатлы ваҡыттан тора. Егет менән ҡыҙ бер-береһенә үлеп ғашиҡ була, тоғро булырға вәғәҙә бирешә. Һөйгән йәрҙәр яратышып, осрашып йөрөгәс, бергә ғаилә ҡорорға, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә уртаҡлашырға тигән хәл иткес һөйләшеү була. Тәүҙә бата, аҙаҡ туй гөрләп үтә, туған-тыумаса бер-береһе менән таныша, йәштәр ҡауыша. Был һәр кешенең ғүмерендә тик бер була.


Көндәр, аҙналар, йылдар үтә. Яңы өйләнешкән парҙар ара­һында ауырлыҡтар ҙа тыуа. Һауыт-һаба шалтырай башлай, талаш-иреш ҡуба. Берәү үҙ дөрөҫлөгөн һөйләһә, икен­сеһе – үҙенекен. Бер-береһен тың­лау, аңларға тырышыу, мәсьә­ләне бергә хәл итеү тигән нәмә юҡ. Бына шул ваҡытта ғаиләнең нығыныуы йә тарҡа­лыуы мөмкин.

Төрлө хәл була. Әгәр ҙә йәш парҙарҙың сабыйҙары булып, ғаилә тарҡалһа, был бигерәк тә ҡыйын. Балаға йә атаһы, йә әсәһе менән генә йәшәргә тура килә­сәк. Был – үтә аяныслы күренеш. Йәштәр үҙҙәрен ғаилә бәхетенән мәхрүм итә. Икенсе ҡатын йәки ир кеше балаға яңынан әсәй-атай булып китә аламы һуң?! Әгәр ҙә ул бала үҫмер булһа, нисек итеп яҡын кешеләренең айырылышыуын кисерер? Был бит йәшәү мәғәнәһен юғалтыу, һыу етмәй һулыған сәскәгә әйләнеүгә тиң. Ошо ҡыйын саҡ онотолмай, ҙур яраға әйләнеп, күңел түрендә тороп ҡала.

Һәр баланың яратып-яратылып йәшәгеһе килә. Уның да “әсәй” һәм “атай” тип өндәш­кеһе, ҡулға-ҡул тотоношоп, донъя мәшәҡәттәрен бергә үткеһе, үҙенең эс серҙәрен асҡыһы, ҡаҙа­ныштары менән бүлешкеһе килә. Бына нисек матур: иртәнсәк сикәңдән үбеп, наҙлы ҡа­рашы менән, арҡаңдан һөйөп, әсәй уята. Тәмле, тел йоторлоҡ аштарын әҙерләп, ҡайтҡаныңды өҙөлөп көтә. Ә атай кеше бирешмәҫкә, ауыр­лыҡ­тарҙы еңергә, ныҡ булырға өйрәтә. Кәрәк саҡта терәк тә, таяныс та ул. Ауырығанда, бәлә-ҡазаға тарығанда ла атай-әсәйең яныңда була. Улар бәләкәй генә еңеүҙәрең өсөн дә үҙеңдән дә ихласыраҡ ҡыуана, тик алға атларға өйрәтә. Бергә өҫтәл артына ултырып, тәмле сәй эсеүгә, йәйен күмәкләп – еләккә, көҙөн – бәшмәккә, тәбиғәт ҡосағына сығып ял итеүгә ни етә һуң? Ошоларҙың барыһы ла үҙе бер оло бәхет түгелме ни?!

Балалар йортондағы үҫмер­ҙәргә, сабыйҙарға бигерәк тә ауыр. Уларға тормош ҡуйған һынауҙарҙы үтергә, ҡоламаҫҡа, көслө булырға өйрәнергә тура киләсәк. Был урынға бер кем дә үҙ теләге менән килмәй. Күп­тәрен сабый ғына булған саҡ­тарында әсәйҙәре үҙ ҡулдары менән ҡалдыра. Хәмергә һабышып, әсәй-атай бурысын үтәмә­гәндәре өсөн балалары көсләп тартып алына...

Эскелек... Донъялағы шат­лыҡ-ҡыуаныстарҙы селпәрәмә кил­терә, кешене түбәнгә этәрә, ҡасандыр дөрләп янған ҡыҙыу ғаилә усағын һүндерә, бар изге өмөттө юҡҡа сығара, яҡшы уй-ниәтте юя, кисәге бәхетле парҙарҙы айыра, бәпестәрҙең бәхетле бала сағын урлай. Бала ата-әсә һөйөүенең нисек бул­ғанын да яҡшылап күҙ алдына килтерә алмай. Йыуылмаған ҡашығаяҡ, йыйылып киткән кер, араҡы-һыра еҫе, өй эсендә бөтмәҫ ят кешеләр...

Зинһар, үтенеп һорайым! Ара­ҡы менән дуҫлаша күр­мәгеҙ! Үҙегеҙҙе, бала­ла­рығыҙҙы бәхетһеҙ итмәгеҙ!

Ҡыҙ һәм егет өйләнешер алдынан уҡ бер-береһен яҡшылап белергә, ғаилә ҡороуҙың еңел бурыс түгел икәнен аңларға тейеш. Киләсәк тормоштары яҡты булыуын теләһәләр, улар­ҙың буласаҡ сабыйҙарына өлгө­лө атай, егәрле әсәй кәрәклеген белеүе шарт. Йәш парҙар ысын күңелдән яра­тышһа, ауыр­лыҡтарҙы икәүләп бергә үтә белһә, тик шунда ғына татыу ғаилә ҡорасаҡ. Балалары атай-әсәйҙәренән өлгө аласаҡ, улар кеүек изге уй-ниәттәр менән тик алға ынтыласаҡ!


Алһыу ВӘЛИТОВА,

Сибай медицина колледжының 1-се курс студенты.
Читайте нас