Йәмғиәт
13 Апреля 2020, 10:38

Тиҫтерҙәрем, телебеҙ киләсәге өсөн беҙ яуаплы!

Тел, тел, тағы ла тел! Радионы ҡабыҙаһың, телевизорҙы ҡуяһың – бөтәһе лә, телде һаҡлайыҡ, ти. Бынан хатта ҡыйын булып китә. Кемдән, нимәнән һаҡларға? Нисек һаҡларға? Кемгә ҡағыла был һүҙҙәр? Ошо һорауға кем яуап бирә ала?


Аңлайым, улар башҡорт теле йәшәһен, халыҡ юҡҡа сыҡмаһын өсөн әйтелгән. Мин 10-сы класта уҡыйым. Баш­ҡорт теле аҙнаһына бер, әҙәбиәт ике дәрес итеп бирелгән, йәмғеһе өсәү. Эйе, кемдер, берҙәм дәүләт имтиханын биреү өсөн рус телен яҡшы белеү кәрәк, тип әйтер. Үҙем дә бының менән ниндәйҙер кимәлдә ризамын. Ә шулай ҙа башҡорт теленең нескәлеген, байлығын, үҙен­сәлеген аң­латып өйрәтеү өсөн был ғына дәрестәр әҙ. Компьютер өҫтөнлөк иткән заманда балалар китап уҡымай. Исмаһам, дәрестә генә булһа ла баш­ҡорт әҙәбиәте тарихы, яҙыу­сылар, шағирҙар, улар­ҙың ижады менән таныштырыу мөмкинлеге тыу­ҙы­рылһын ине.

Ә бына туған телде – атай-әсәй телен дәрестә генә өй­рәнәһеңме ни? Ул миңә, һиңә, һәр башҡортҡа ҡан менән күскән. Быуаттар буйы һа­лынған телебеҙ ҡалып­тарын әсә һөтө менән ҡабул ит­кәнбеҙ. Шунан һуң да үҙ те­леңде белмәһәң – оят! Әсәй­ҙәр туған тел менән бишек йырын йырлап таныштырған, атайҙар яратып, дәрт­ләндереү һүҙҙәрен әйткән.

Бала саҡтан әсәй, атай, туғандар, тыуған ил, ер тура­һындағы йырҙарҙы яратып тыңлайым. Ә әсәйҙәр ха­ҡында йырҙар үҙҙәре айырым урынды алып тора. Ҡайһы саҡта, “атай, атайым, әсәй, әсәкәйем” кеүек матур һүҙҙәрҙе нисек үҙгәртәһең, тип уйланып ҡуям. Улар урынына “папа, мама” (“пап, мам” тип тә әйтеп ебәрәләр) тиергә була. Күптәр шул йырҙар аша ҡәҙерле кешеләренә үҙ рәхмәтен еткерә. Урыҫлаша барһаҡ, “Әсәй менән гөл ултырттым...” урынына “Мамам менән...” тип йырларға тейеш булаһыңмы?!

Ни өсөн бәләкәй бала рус телендә аралашыуҙы тиҙерәк башлай? Минеңсә, был ғаилә­лә аралашыу етмәүҙән килеп сыға. Бала телевизор, телефон аша рус телендә йәнһүрәт ҡарай, әүрәй, бер кемгә лә ҡамасауламай. Атай-әсәйгә шулай уңайлыраҡ. Һөҙөмтәлә бәләкәйҙән ул рус телмәрен ота, шуныңса һөй­ләй башлай. Ярай, һуңғы мәлдә башҡортса йән­һү­рәттәр күрһәтә башланылар. Ата-әсәләр араһында үҙ балаларына уларҙы ҡа­рарға тәҡдим итеүселәр бармы икән?

Ғаиләбеҙҙә аралашыу тик башҡортса ҡоролған. Өләсәй-олатайым да, башҡа туғандар ҙа рәхәтләнеп үҙебеҙсә һөйләшәбеҙ. Бының өсөн барыһына ла рәхмәт!

Ниндәй бай ул башҡорт теле! Ниндәй наҙлы, яғымлы, сағыу!

2020 йылды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле йылы тип иғлан итте. Планда туған тел­де үҫтереү, яҡлау, уға ҡарата ҡыҙыҡ­һыныу уятыу кеүек ғәйәт оло маҡсаттар һа­лынған. Улар­­ҙың үтәле­ше үҙебеҙҙең әүҙемлектән тора. Йылдың һәр айы айырым йүнәлештә ойошторола. Минең уйымса, был саралар ай менән генә сикләнмәһен ине. Ғаиләнең телде һаҡлаусы төп урын тигәнде күрһәтеү, ауыҙ-тел ижадын яҡшы белгән һәм файҙаланған ғаиләләрҙе асыҡ­лау, рухи мираҫты ихтирам иткән ата-әсәләрҙе билдәләү өсөн тел бәйгеләре үткәрелһә, яҡшы булыр ине.

...Өләсәйемдең биш­мә­тендәге төҫөн юйған тәң­кәне таҙартам. Ул ялтырап, балҡып китә. Ошо бишмәтте кейеп, милли байрамдарҙа кинәнеп башҡорт телендә һөйлә­шер­гә, йырларға, дәрт­ле башҡорт көйөнә тыпырлатып бейергә әҙермен. Мин – башҡорт. Телемде яратам, ихтирам итәм. Ул тере саҡта мин баймын, бармын! Халҡыбыҙ шағиры Рәми Ғарипов: “Теле юҡтың ғына иле юҡ!” – тип бик дөрөҫ әйткән.

Замандаштарым, тиҫтер­ҙәрем! Әйтер һүҙем шул: тел яҙмышы – беҙҙең ҡулда! Уның киләсәге өсөн беҙ генә яуаплы!



Айсилә НУРМӨХӘМӘТОВА,

Шаһи Ямалетдинов исемендәге Шығай мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы.

Белорет районы.

Фото: Т.Аманов

Читайте нас