Мин Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы ҡыҙымын. Уның тәбиғәте лә, кешеләре лә иҫ киткес матур. Йәмле, балыҡлы йылға буйҙары, ҡуйы урмандары, еләкле яландары – ҡайҙа ғына барма, ҡабатланмаҫ гүзәллек! Ошондай хозур тәбиғәттә саф һауа һулап, шифалы йылғаларҙың һыуын эсеп үҫкәнгәме, ауылымдан бик күп күренекле шәхес сыҡҡан. Тыуған ерем халыҡ батырҙары, йор һүҙле сәсәндәре, ҡурайсылары, билдәле фән эшмәкәрҙәре, күренекле яҙыусылары менән дан тота. Уларҙың бер нисәүһе менән таныштырып үткем килә.
Тыуған ауылыма нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Алдар Иҫәнгилдин (Алдар батыр). Ул XVII быуаттың 70-се йылдарында тыуған. Бөрйән волосының күренекле тарханы, 1704 – 1711 һәм 1735 – 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәксеһе. Мәшһүр батырҙың ауылыма нигеҙ һалыуы минең өсөн бик әһәмиәтле.
Шулай уҡ этҡолдар «Урал батыр»эпосын мәңгеләштерергә тос өлөш индергән Хәмит сәсән менән дә ғорурлана. Хәмит Хужәхмәт улы Әлмөхәмәтов (1861 – 1923) Ғәбит сәсән менән бергә Мөхәмәтша Буранғоловҡа бик күп башҡорт халыҡ героик эпосын һөйләп, яҙҙырып ҡалдырған.
Тыуған ауылымдың матурлығын, данлы кешеләрен үҙенең шиғырҙарында, әҫәрҙәрендә билдәле яҙыусы Берйән Сафа улы Байымов данлай. Ул – ғалим-фольклорсы, Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты, шағир һәм прозаик.
Халҡыбыҙҙың күренекле ғалимы Мазһар Насип улы Иҫәнбаевты белмәгән кеше һирәктер. Уның бөтә хеҙмәт юлы республикабыҙҙың иҡтисадын үҫтереү менән бәйле. Мазһар Иҫәнбаев – республика иҡтисады өлкәһендәге төп белгес, 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 35 китап, монография һәм тематик йыйынтыҡ авторы. Ауылдашыбыҙға фән өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн «БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре», «РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. Бына шундай фән бейеклектәренә күтәрелгән Мазһар Насип улы – ауылыбыҙҙың ғына түгел, тотош республикабыҙ, милләтебеҙҙең ғорурлығы ул.
Һуңғы йылдарҙа ауылыбыҙҙа яңы мәктәп, дауахана, балалар баҡсаһы, мәсет төҙөлдө. Икенсе Этҡолдоң гөрләп сәскә атыуына ауылдаштарым, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Азамат Әғзәм улы Тажетдинов һәм уның улдары – бик ҙур өлөш индерҙе.
Мәктәп – ауылыбыҙҙың белем усағы. Ул балаларға төплө белем һәм тәрбиә бирә. Оҙаҡ йылдар эшләгән билдәле уҡытыусыларҙы – Көнһылыу Сөләймәнова, Нәйлә Нотфуллина, Мораҙым Хәлиловты әйтеп үтергә мөмкин.
Мораҙым ағай Хәлилов – тәжрибәле тарих уҡытыусыһы, беҙҙең класты етәкләне. Беҙ бик шаян, тиктормаҫ инек. Ағайыбыҙға беҙҙең менән эшләүе ауыр булғандыр. Ләкин ул беҙгә гел яғымлы һүҙҙәр менән өндәшә торғайны, бер ҡасан да тауыш күтәрмәне. Изге, ғәҙел булды, гел яҡшы сифаттар тәрбиәләргә тырышты. Класс етәксебеҙ тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡараны, тарихҡа, тыуған еребеҙгә ҡарата һөйөү уятты. Хәҙер Мораҙым Ишбулды улы – «Люциә» исемле мәсетебеҙҙең имам-хатибы. «Иман йортоноң ишеге һәр ваҡыт асыҡ, килегеҙ, күңелегеҙ нурланыр», – тип ул ауылдаштарын саҡыра, яңы ғаилә тормошон башлағандарға изге теләктәр теләп, никах үткәрә. Мораҙым ағай – ауылдаштарым өсөн абруйлы шәхес, ә минең өсөн ул өлгө һәм яҡын кеше.
Шулай уҡ бөгөн дә мәктәптә эшләүсе химия һәм биология уҡытыусыһы Нәйлә Сафа ҡыҙы Нотфуллина тураһында ла ғорурлыҡ менән һөйләргә була. Ул – Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы. Уның етәкселегендә уҡыусылар ғилми - эҙләнеү эштәрендә ҡатнашып, районыбыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙа ла һынатмай, төрлө призлы урын ала. Буш ваҡытында Нәйлә апай күҙҙең яуын алып торған хуш еҫле сәскәләр үҫтерә. Оҫта баҡсасы булараҡ, ауыл халҡына файҙалы кәңәштәр бирә.
Ауылыбыҙҙың мәҙәниәт усағы булып торған клуб та әүҙем эшләй. Күп йылдар мәктәптә рус теле уҡытыусыһы булып эшләгән Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнова хаҡлы ялында «Ағинәйҙәр» ойошмаһын етәкләй. Ағинәйҙәр күп ерҙә сығыш яһап, төрлө конкурста ҡатнашып, ауыл халҡының йыр-бейеүгә оҫта икәнен күрһәтә.
Ауылым шундай талантлы, тәжрибәле уҡытыусылары менән дан тота. Уларҙа белем алған балалар бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай.
Мәктәпте тамамлағас, егет-ҡыҙҙар юғары уҡыу йорттарына белем алырға йүнәлә. Мин дә Сибай педагогия колледжында техник-программист һөнәрен үҙләштерәм. Уны заманға ярашлы һөнәр булараҡ һайланым.
Тыуған ауылымда ошондай күренекле шәхестәр булғанына ғорурланам. Киләсәктә лә Икенсе Этҡолдан билдәле кешеләр үҫер, уның киләсәге тағы ла нурлыраҡ, яҡтыраҡ һәм йәмлерәк булыр, тип ышанам.