-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2020, 07:50

Лауреаттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле дуҫтар, “Йәшлек” гәзите редакцияһы һеҙҙең менән баҫма биттәре аша өп-өр яңы йылда тағы ла осрашыуға шат! Беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн һеҙҙе бигерәк тә яратабыҙ. Алда яңы бик күп яҡты көндәр бар. Бәхеттә, һаулыҡта, тыныслыҡта үтһен улар. Оҙаҡ йылдар буйына дауам итеп килгән матур йолабыҙҙы – гәзиттең лауреаттарын билдәләүҙе киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ. Ә 2019 йыл лауреаттары шулар:

Танылған шағирә, үткер ҡәләмле журналист Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА – көнүҙәк мәсьәләләргә һәм шәхестәргә арналған мәҡәләләре;
Баймаҡ районының Билал ауылы китапханасыһы Райхана БУЛАТОВА – “Йәшлек” гәзите менән йыл әйләнәһенә әүҙем хеҙмәттәшлек иткәне;
Баҫмабыҙҙың биҙәлеш мөхәррире Рөстәм ИЛТЕНБАЕВ гәзитте ҡыҙыҡлыраҡ, уҡымлыраҡ итеүгә булышлыҡ иткәне өсөн.
Эшегеҙҙә һәм тормошоғоҙҙа уңыштар теләйбеҙ! Яңы йылда ла бергә ҡалайыҡ!