Йәмғиәт
22 Марта 2019, 09:09

Уйым-йырым - Башҡортостан!

Ерһенгәнмен ошо ергә,Илһенгәнмен ошо илгә.Буйың-һының шау ҡоростан,Уйым-йырым - Башҡортостан!

Уйым-йырым - Башҡортостан!Уйым-йырым - Башҡортостан!
Уйым-йырым - Башҡортостан!

Ерһенгәнмен ошо ергә,
Илһенгәнмен ошо илгә.
Буйың-һының шау ҡоростан,
Уйым-йырым - Башҡортостан!
Айырылһам усағыңдан,
Ҡайырылһам ҡосағыңдан,
Талһыҙ ҡалған бахыр ҡоштай –
Һинһеҙ ҡалһам, Башҡортостан!
Башҡортостан - ҡурай иле,
Башҡортостан - Урал ере,
Башҡортостан - ҡумыҙ теле,
Башҡортостан - ҡымыҙ сере.
Ерһенмәгән ҡайтһын кире,
Илһенмәгән ҡайтһын кире;
Иҫкә алһын туған телен –
Башҡортостан мәңге тере!
Ошо илһеҙ юҡтыр үҙем,
Моңһоҙ булыр әйткән һүҙем.
Ҡабынғанмын осҡон, уттан,
Табынғаным - Башҡортостан!
Читайте нас