Валентина Матвиенко: «Үҫешегеҙ кәйефте күтәрерлек»
Өфөгә Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко килеп китте. Ул баш ҡалала республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты, Башҡорт дәүләт авиация техник, Башҡорт дәүләт медицина университеттарында булды. Рөстәм Хәмитов Мәскәү ҡунағын республикалағы дөйөм күрһәткестәр менән таныштырҙы, үткән йыл һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.