Был аҙнала беҙҙә...
һөйөндөрҙө...«Роспотребнадзор» етәксеһе Геннадий Онищенко, Рәсәй баҙарына «Боржоми» минераль һыуы кире ҡайтасаҡ, тип белдерҙе.2006 йылда Мәскәү менән Тбилиси араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында Рәсәйгә Грузиянан шарап һәм һыу индереү тыйылды. Рәсми сәбәп – продукция етештереүселәрҙең санитар-эпидемиологик нормаларҙы боҙоуы, тип иғлан ителде. Былтыр Грузияла парламент һайлауҙарынан һуң Хөкүмәт алмашынғас, Рәсәй магазиндарына минераль һыу менән шараптың кире ҡайтасағы хаҡында һөйләй башлағайнылар. Ошо көндәрҙә беҙҙең илдә «Боржоми» һыуын теркәү ыңғай хәл ителгән.