Йәмғиәт
5 Апреля 2013, 10:55

Президенттың яңы кәңәшсеһе

Башҡортостан Президенты республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса үҙенә кәңәшсе тәғәйенләне. Ул – Владимир Солин. Владимир Иванович 1947 йылда Дыуан районының Мәсәғүт ауылында тыуған. Силәбе политехник институтын тамамлаған. 2006 йылдан – Дыуан муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Башҡортостан Президенты республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса үҙенә кәңәшсе тәғәйенләне. Ул – Владимир Солин.
Владимир Иванович 1947 йылда Дыуан районының Мәсәғүт ауылында тыуған. Силәбе политехник институтын тамамлаған. 2006 йылдан – Дыуан муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Владимир Солин “Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән наградланған.
Читайте нас