Олег Матыцин – Премьер-министр урынбаҫары
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Олег Матыцинды Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Артабан Олег Матыцинды Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы – республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйылды.