Йәмғиәт
12 Февраля 2013, 11:36

Төркиәлә Башҡортостандың яңы вәкиле

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәшит Баталовты Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле итеп тәғәйенләне.Рәшит Әкрәм 1950 йылда Өфөлә тыуған. Белеме юғары – Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай.

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәшит Баталовты Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле итеп тәғәйенләне.
Рәшит Әкрәм 1950 йылда Өфөлә тыуған. Белеме юғары – Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай.
Рәшит Баталов бығаса Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы Тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәр департаментының баш белгесе, Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиле урынбаҫары, аҙаҡ Сауҙа вәкиле вазифаһын ваҡытлыса баш­ҡарыу­сы, Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллегенең Истанбулдағы бүлексәһе етәксеһе булып та эшләй.
Читайте нас