Йәмғиәт
4 Декабря 2012, 11:22

Абруйын күтәреү өсөн

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа йәштәр менән иң яҡшы эш ойоштороуҙы асыҡлау буйынса эксперт комиссияһының ултырышы үтте. «Иң яҡшыларҙың иң яҡшыһы» конкурсы апрель – октябрь айҙарында уҙғарылды.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа йәштәр менән иң яҡшы эш ойоштороуҙы асыҡлау буйынса эксперт комиссияһының ултырышы үтте.
«Иң яҡшыларҙың иң яҡшыһы» конкурсы апрель – октябрь айҙарында уҙғарылды. Бәйге 2008 йылдан алып йәштәр менән эшмәкәрлекте үҫтереү, йәш эшсенең имиджын күтәреү, ойошмаларҙа йәштәр советын булдырыу, тәрбиәселек традицияларын юғалтмау, эшсе йәштәрҙең проблемаларына йәмәғәтселекте йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороу­сылар – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм БР профсоюздар федерацияһы.
Быйыл конкурста Нефтекама автозаводы, «Газпромтрансгаз Өфө», Стәр­летамаҡ троллейбус идаралығы, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты, Өфө фанера-плита комбинаты, 3-сө төҙөлөш фирмаһы (Туймазы), «Европ­ласт» (Октябрьский), «Красный ключ» (Нуриман) ойошма һәм предприятиелары еңеүсе булып танылды.
Ә Салауат Муллағәлиев (Борай), Фәнизә Сәйфетдинова (Стәрлетамаҡ), Илгиз Сәйетғәлиев (Октябрьский) эшсе йәштәрҙең иң яҡшы тәрбиәселәре тигән исемгә лайыҡ булды.
Читайте нас