Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2012, 20:05

Килем һәм сығым арта, дефицит – кәмей

Башҡортостан парламентарийҙары БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтайҙың буласаҡ пленар ултырышында “Баш­ҡортостан Републикаһының 2013 йылға һәм 2014 − 2015 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында” БР законы проектын тикшерәсәк. Федераль закон проектына ярашлы, төп үҙгәрештәр 2013 йылда – 4 миллиард 249,8 миллион һум, 2014 йылда – 4 миллиард 91,6 миллион, 2015 йылда 5 миллиард 172,6 миллион һум күләмендә индерелергә күҙалланған федераль бюджет средстволары күләмдәрен аныҡлауға бәйле. Был − субсидия, субвенция һәм башҡа бюджет-ара маҡсатлы трансферттар формаһында индерелгән маҡсатлы средстволар.

Башҡортостан парламентарийҙары БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтайҙың буласаҡ пленар ултырышында “Баш­ҡортостан Републикаһының 2013 йылға һәм 2014 − 2015 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында” БР законы проектын тикшерәсәк.
Федераль закон проектына ярашлы, төп үҙгәрештәр 2013 йылда – 4 миллиард 249,8 миллион һум, 2014 йылда – 4 миллиард 91,6 миллион, 2015 йылда 5 миллиард 172,6 миллион һум күләмендә индерелергә күҙалланған федераль бюджет средстволары күләмдәрен аныҡлауға бәйле. Был − субсидия, субвенция һәм башҡа бюджет-ара маҡсатлы трансферттар формаһында индерелгән маҡсатлы средстволар. Республика бюджетына 2013 йылда 2 миллиард 759,7 миллион һум күләмендә индерелергә планлаштырылған дотацияларҙың маҡсаты билдәләнмәй. Был бюджет дефицитын 1,5 миллиард һумға ҡыҫҡартыу мөмкинлеге бирә.
Закон проекты өҫтөндә эшләү барышында индерелгән ҡайһы бер төҙәтмәләр республика Президенты Указдарын тормошҡа ашырыуға бәйле. Шул иҫәптә “Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары структураһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында”ғы Указ.
Үҙгәрештәргә ярашлы, 2013 йылдың 1 ғинуарынан яңы булдырылған структураларҙы финанслау мөмкинлеге булырға тейеш. Өҫтәмә төҙәтмәләргә ярашлы, бюджеттың килем өлөшө күләме 2013 йылға – 101,7 миллиард, сығым өлөшө күләме – 112,7 миллиард, дефицит 11 миллиард һум булыуы күҙаллана. 2014 йылға килем-сығым суммаһы өсәр миллиард һумға артһа, дефицит шул уҡ күләмдә билдәләнә. 2015 йылда килем – 112,1 миллиард һум, сығым – 122,1 миллиард һум, дефицит 10 миллиард һум тәшкил итәсәк, тип күҙаллана.
Читайте нас: