Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2012, 18:19

Океан аръяғы компанияһы менән бәйләнеш булдырҙыҡ

Өфөлә Башҡортостан менән Американың “Honeywell International” күп тармаҡлы сәнәғәт-технология корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.− Беҙҙең хеҙмәттәшлек уңышлы булыр, тип уйлайым, корпорацияға республикала яҡшы шарттар тыуҙырыр өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, − тине БР Президенты Рөстәм Хәмитов осрашыу ваҡытында.

Өфөлә Башҡортостан менән Американың “Honeywell International” күп тармаҡлы сәнәғәт-технология корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.
− Беҙҙең хеҙмәттәшлек уңышлы булыр, тип уйлайым, корпорацияға республикала яҡшы шарттар тыуҙырыр өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, − тине БР Президенты Рөстәм Хәмитов осрашыу ваҡытында.
«Honeywell International»дың Рәсәйҙә, Үҙәк Азияла һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендәге президенты Гилсдорф Норман әйтеүенсә, меморандумға ҡул ҡуйыу − берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген ҡарау­ҙың беренсе этабы. Шундай бер проект Өфөнөң “Гидравлика” йәмғиәтенә бәйле. Бынан тыш, нефть һәм химия, газ тармағында, машиналар, радиоэлектрон кластер булдырыуҙа хеҙмәттәшлек итеү күҙаллана.
«Honeywell International» донъяның иң алдынғы 100 компанияһы исемлегенә инә. Аэрокосмик техника, шул иҫәптән авиадвигателдәр, граждандар, хәрби авиация өсөн дә ҡорамалдар һатыу буйынса булышлыҡ итә. Былтыр уның тауар әйләнеше 37 миллиард АҡШ долларына тиң булған.
Читайте нас: