Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2012, 18:20

Дөрөҫ һаҡларға кәрәк

Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивының уҡыу залына учреждение фонды исемлегендәге ойошмалар кәңәшмәгә йыйылды. Сараның төп мәсьәләһе − архив документтарын һаҡлау, уларҙы дөрөҫ эшкәртеү юлдары менән бер рәттән, киләсәктә ошо ойошмалар менән эште әүҙемләштереү.

Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивының уҡыу залына учреждение фонды исемлегендәге ойошмалар кәңәшмәгә йыйылды.
Сараның төп мәсьәләһе − архив документтарын һаҡлау, уларҙы дөрөҫ эшкәртеү юлдары менән бер рәттән, киләсәктә ошо ойошмалар менән эште әүҙемләштереү.
Кәңәшмәлә республика гәзит һәм журналдары вәкилдәре, архив документтары өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәт ойошмалары, төрлө хәрәкәттәр, милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре ҡатнашты.
Бөгөн архив фондтарының һаны 8550-нән ашҡан, ә ошо фондтарҙа 1 207 990 берәмек иҫәптә тора. Кәңәшмәгә килеүселәр архив тарихы, унда һаҡланған 1787 − 2011 йылдар арауығына ҡараған ҡиммәтле мәғлүмәттәр менән танышты, ҡыҫҡаһы, уларға бай йөкмәткеле экскурсия ойошторолдо.
Архив фондын тулыландырыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре заманса компьютер техникаһын оҫта ҡулланып, йыйылыусыларға кәрәкле норматив-хоҡуҡи документтар тура­һында һөйләне, архивтарҙа оҙаҡ йылдар һаҡлана торған документтар менән эш иткәндә ҡулланыу өсөн мөһим йүнәлештәр буйынса аңлатма бирҙе. Документтар менән эште бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында был мәғлүмәттәрҙең, норматив-хоҡуҡи документтарҙың электрон варианттары кәңәшмәлә ҡатнашыу­сыларҙың флэш-карталарына яҙылды.
Архив ҡунаҡтары бындай осрашыуҙың файҙаһы мотлаҡ булыуын билдәләне. Кәңәшмә һуңында йәмәғәт берекмәләре эшенә йомғаҡ яһалды һәм архив документтарын дөрөҫ эшкәрткән һәм уңайлы шарттарҙа һаҡлаған ойошмаларға Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды.

Л. ҒИНИӘТУЛЛИНА,
Башҡортостан республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивының бүлек начальнигы.
Читайте нас: