2013 йылдың 1 июленән Рәсәйҙә йылылыҡ энергияһына һәм һыу менән тәьмин итеүгә тарифтар артасаҡ.
Йылылыҡ энергияһына хаҡтар 2,7−19,6 процентҡа артһа, һыу менән тәьмин итеүгә тарифтар 5,9 проценттан алып 25,2-гә тиклем артасаҡ. Тарифтар буйынса федераль хеҙмәттән хәбәр итеүҙәренсә, һәр төбәктә хаҡтарҙы үҙ аллы билдәләйәсәктәр.
2013 йылдың тәүге ярты йыллығында тарифтарҙы арттырыу ҡаралмай. 2013 йылдың 1 ғинуарынан 1 июленә тиклем 2012 йылдың 31 декабренә тура килгән хаҡтар һаҡлана.