Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2012, 18:34

Өс һөйләм менән

Башҡортостанда 1992 йылда бөтөрөлгән ауыл ҡайтанан тергеҙелә. Республика Дәүләт Йы­йы­лышы – ҡоролтайҙың Урын­да­­ғы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты ултырышында «Башҡортостан Респуб­ли­каһының Мәләүез райо­нында географик объект булдырыу тура­һында»ғы закон проекты тикшерелде. ҡамбулат ауылында халыҡ һаны артыу һәм уны үҫтереү йәһәтенән яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килеү сәбәпле, шулай уҡ халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, Мәләүез районы муниципаль район советы был ауылдың тарихи исемен ҡайтарыу, тергеҙеү һәм уға ауыл статусы биреү тураһында башланғыс менән сығыш яһаны.

27−28 ноябрҙә Өфөлә күренекле телсе-диалектолог, филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 80 йыл тулыуға ҡарата «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының актуаль проблемалары” тип атал­ған ХII төбәк конференцияһы, төрки телдәр диалектологияһы буйынса IX конференцияның 30 йыллығына, „Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге”нең III томы сығыу­ҙың 25 йыллығына арнап конференциялар үтәсәк. Сараны Рәсәй Фәндәр академияһының Телде өйрәнеү институты, Өфө ғилми үҙәге, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Фәндәр академияһы, Мәғариф министрлығы, БР Халыҡтары ассамблеяһы үткәрә.

Республикала «ҡандракүл» тәбиғәт паркы тураһындағы по­ло­жение раҫланды. БР Хөкүмә­тенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйылған да инде. Башҡортос­тандың Урман хужалығы министрлығына «ҡан­дракүл» тәбиғәт паркына Туймазы урман хужалығының ҡандра участка урман хужалығы территорияһынан айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә ҡараған урман фонды участкаларын сикләнмәгән ваҡытҡа даими файҙаланыуға бирергә ҡушылған.

12 − 14 ноябрҙә республикала Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнөнә ҡарата «Диабет менән көрәштә берләшәйек» тип аталған аҙналыҡ үтә. Уның маҡсаты − шәкәр сире менән ауырыусыларҙы социаль адаптациялау, халыҡҡа был сир, уны дауалау тураһында ентекләп аңлатыу, диагностикалау. Акция барышында Өфө халҡы табип-эндокринологтарҙан консультация ала, тикшеренеү үтә ала.

20 ноябрҙә Әлшәй районының Раевка ауылында Розалия Солтангәрәева призына «Сәсән­дәр һеҙҙе саҡырам» тип аталған сәсәндәр конкурсы үтәсәк. Бәйгелә эпостарҙы яттан һөйләүселәр, йыраусылар, ҡобайырсылар ҡатнаша ала. Сара сиктәрендә ҡатнашыусыларға мастер-клас­тар үткәреү ҙә ҡаралған.

Уҙған ял көндәрендә республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктынан 345 кеше хәрби хеҙмәт урындарына юлланды. Улар Һарытау, Архангел, Нижегородка, Ырымбур өлкәләрендә хәрби бурыстарын үтәсәк. Көҙгө саҡырылышта республикала алты мең егет һалдат кейеме кейәсәк.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.
Читайте нас: