Премьер-министр ғәфү үтенгән
Япония Премьер-министры Ёсихико Нода күптән түгел халыҡ алдында Демократик партия өсөн ғәфү үтенгән.
Ул ошо көндәрҙә парламентты таратып, яңы һайлау үткәрмәксе.
Өс йыл элек үткән һайлау кампанияһы барышында партия халыҡтың ышанысын яулар өсөн үтә күп вәғәҙә биреп ташлаған. Демократтар, һалымдарҙы арттырмай һәм дәүләттең ҡиммәтле ҡағыҙҙарын ҡулланмай ғына, өҫтәмә сығанаҡтар табып, социаль программаларҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ, тигән. Улар 205 млрд доллар табып, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртырға планлаштырған.
Әммә демократтар быға тиклем эшләп килгән дәүләт программаларын туҡтатыу ғына түгел, һалымдарҙы ла арттырған, балалар пособиеһы, бушлай автоюлдар һәм дәүләт бурысын кәметеү тураһындағы вәғәҙәләрен дә тормошҡа ашырмаған.
Гректарҙың юрғаны
етерме?
Грецияның бер палаталы хөкүмәте 2013 йылға илдең бюджетын раҫланы.
Унда сығымдарҙы 9,4 млрд евроға тиклем кәметеү һәм илдең эске тулайым продуктының (ВВП) 4,2 процентҡа тиклем түбәнәйеүе ҡаралған.
Уҙған аҙнала Греция властары сығымдарҙы 13,5 млрд евроға “ҡырҡҡан”. Был илдә тағы ла иҡтисади көрсөк тыуҙырыуы ихтимал. Премьер-министр Антонис Самарис, әлеге саралар иң һуңғыһы, башҡа бындай аҙымдар булмаясаҡ, тип халыҡты тынысландыра. “Ил дефициттан сыҡҡас, эш хаҡы һәм пенсиялар элекке хәленә ҡайтасаҡ”, − тип вәғәҙә итә.
Илдең кредиторҙары иһә һаман бер фекергә килә алмай. Бюджет дефицитын кәметеү өсөн уларға йә кредиттың проценттарын кәметергә, йә килемдән баш тартырға, хатта бурыстарҙы “оноторға” кәрәк. Ә был варианттар Еврозона илдәрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Концернға Калашников исеме биреләсәк
Легендар Калашников автоматының “атаһы” Михаил Калашников Ижевск ҡалаһында булдырыласаҡ ҡорал заводтары концернына үҙ исемен бирергә рөхсәт иткән.
Удмуртиялағы "Ижмаш" һәм "Ижмех" предприятиелары тулы ҡеүәтендә эшләмәй: уларҙа кадрҙар етешмәй, матди ҡыйынлыҡтар бар. Ошо көндәрҙә улар берләштереләсәк һәм брендҡа әйләнгән “Калашников” исемен йөрөтәсәк. Унда заманса атыу ҡоралдары етештерелә башлаясаҡ. Әйткәндәй, Михаил Калашниковҡа уҙған аҙнала 93 йәш тулған.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.