Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2012, 17:11

Ҡыҙҙар-егеттәр, һеҙҙе көтәбеҙ!

6 − 7 декабрҙә Конгресс-холда инноватика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса «Йәштәр конвенты» уҙасаҡ (конвент – латин һүҙе, йыйылыш тигәнде аңлата). Сараны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора.ҡатнашыусыларға инноватика, йәштәр эшҡыуарлығы һәм IT-технологиялар буйынса һынауҙарҙы үтергә тәҡдим ителәсәк. Бында ҡатнашыуға заявка биреү өсөн ни бары бер аҙна ваҡыт ҡалды.

6 − 7 декабрҙә Конгресс-холда инноватика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса «Йәштәр конвенты» уҙасаҡ (конвент – латин һүҙе, йыйылыш тигәнде аңлата). Сараны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора.
ҡатнашыусыларға инноватика, йәштәр эшҡыуарлығы һәм IT-технологиялар буйынса һынауҙарҙы үтергә тәҡдим ителәсәк. Бында ҡатнашыуға заявка биреү өсөн ни бары бер аҙна ваҡыт ҡалды. Конвент барышында төрлө проекттар күргәҙмәһе, программаларҙы презентациялау, оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыу майҙансыҡтары ойоштороу ҡаралған. Ойоштороусылар 12 ноябргә тиклем «Йәштәр конвенты» тигән яҙыу менән күргәҙмә ҡуйыу һәм конвент каталогын төҙөү өсөн проекттарҙы [email protected] электрон адресы буйынса ебәреүҙәрен һорай.
Читайте нас: