Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2012, 17:09

«Газ-Сервис»тың үҫеш перспективаһы ҙур

Йомала Башҡортостан Пре­зиденты Рөстәм Хәмитов «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Уның маҡсаты ойошма үҙләштергән яңы технологиялар менән яҡындан танышыу һәм предприятиеның мөмкинлектәрен баһалау ине. Газ хужалығында 18 үҙәк авария-диспетчер хеҙмәте, 65 авария хеҙмәте филиалы эшләй.

Йомала Башҡортостан Пре­зиденты Рөстәм Хәмитов «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Уның маҡсаты ойошма үҙләштергән яңы технологиялар менән яҡындан танышыу һәм предприятиеның мөмкинлектәрен баһалау ине.
Газ хужалығында 18 үҙәк авария-диспетчер хеҙмәте, 65 авария хеҙмәте филиалы эшләй. Газсылар йыл да авария-диспетчер хеҙмәттәренең төрлө күнекмәләрен уҙғарып тора, унда республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарынан ҡатнашалар. пред­приятие төбәкте тотош газификациялау буйынса әүҙем эш алып бара. Республика башлығы предприятиеның цехтарын, үҙәк авария-диспетчер хеҙмәтен, газды бүлеү буйынса яңы пункт төҙөлөшөн ҡарап сыҡҡандан, хеҙмәт коллективы менән ара­лаш­ҡандан һуң, «Газ-Сервис» яҡшы базаға һәм үҫеш перспективаларына эйә, тине.
Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай. Был осрашыуҙың да үҙенә күрә файҙаһы булғандыр. Тормошобоҙ хәүефһеҙлеге ниндәйҙер кимәлдә газсыларҙан тора. Ана бит, шәмбелә Мәскәү янында юғары баҫымлы газ торбаһы өҙөлөп ҡуйҙы. 17 баҡса йорто көл-күмергә ҡалды, ут факелының бейеклеге ун метрға тиклем еткән, тиҙәр. Ярай әле был юлы ҡорбандарһыҙ ғына ҡотолдоҡ.
Читайте нас в