Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2012, 16:57

Өфөлә ҙур сауҙа үҙәктәре арта

«М7 Молл» комплексы Башҡортостан баш ҡалаһының Ленин районында төҙөлә. Был объектҡа һалынған инвестициялар күләме яҡынса 3 миллиард һум тәшкил итә. Унда аҙыҡ-түлек, көнкүреш техникаһы һәм төҙөлөш материалдары гипермаркеттары урынлашасаҡ. «М7» комплексын 2014 йылға асыу күҙаллана.

Бынан тыш, «ИКЕА» сауҙа үҙәге артында «Столплит» исемле мебель гипермаркеты төҙөлә. Уның өсөн бер-бер ярым миллиард һум күләмендә инвестиция һалыу кәрәк.
Әлеге ваҡытта Өфөлә барлығы 29 сауҙа, күңел асыу, сервис объекты төҙөлә, уларға инвестицияларҙың дөйөм күләме 26,6 миллиард һум тәшкил итә.
Читайте нас: