Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2012, 17:09

Берҙәмлек көнө нисек үтте?

Өфө ҡалаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы мәҙәни, ижтимағи-сәйәси, спорт саралары үтте. ҡала мәҙәниәт һарайында ҙур байрам концерты, кинотеатрҙарҙа хәйриә кино сеанстары һәм лекторийҙар уҙҙы.

Өфө ҡалаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы мәҙәни, ижтимағи-сәйәси, спорт саралары үтте. ҡала мәҙәниәт һарайында ҙур байрам концерты, кинотеатрҙарҙа хәйриә кино сеанстары һәм лекторийҙар уҙҙы.
М. Ғафури паркында еңел атлетика, «Нефтсе» спорт комплексында ветерандар һәм мәктәп уҡыусылары араһында баскетбол ярыштары ойошторолдо. Аксаков паркында «Башҡортостан рустары соборы» йәмәғәт ойошмаһы концерт, спорт уйындары, конкурстар уҙғарҙы.
Республиканың ҡала һәм райондарында ла был байрамды ҡеүәтләп, уның төп асылын аңлатыу өсөн төрлө тантана саралары, викториналар, китап күргәҙмәләре, конкурстар тәҡдим иттеләр.
Ә Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында 4 ноябрь бына бер нисә йыл рәттән «Рус маршы» акциялары үтеү мәле тип билдәләнә. Быйыл да иҫтәлекле көндә халыҡтың бер төркөмө сәйәси талаптарын еткерер өсөн урам­ға сыҡты.
Читайте нас: