БР Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ағзаларын – министрҙарҙы, идаралыҡ начальниктарын, комитет, инспекциялар етәкселәрен билдәләне һәм улар менән беренсе кәңәшмә үткәрҙе.
− Беҙҙең алда ҙур бурыстар тора, − тине Президент, етәкселәргә мөрәжәғәт итеп. – Беҙ үҙ граждандарыбыҙҙың именлеге, йәшәйеш сифаты өсөн яуап бирәбеҙ. Һәр берегеҙ үҙ өлкә-тармағы өсөн яуаплы, кемгәлер япһарырға мөмкинлек юҡ. Һеҙҙән көндәлек докладтар талап итмәйем − мине һөҙөмтәләр ҡыҙыҡһындыра. Асыҡ булығыҙ. Аралашыу өсөн интернетты, электрон почтаны әүҙем ҡулланығыҙ. Был теге йәки был үтенескә тиҙерәк яуап биреү өсөн дә ҡулай.
Һуңғы йылдарҙа етәкселектә байтаҡ ҡына үҙгәрештәр барғанлыҡтан, күбеһенең исем-шәрифен, йөҙөн дә танып бөтөп булмай ине. Хәҙер власть органдарына башлыҡтарҙы Президент ентекле уйлап тәғәйенләне, киләсәктә тап уларҙың халыҡ өсөн арымай-талмай эшләүенә өмөт итәбеҙ.
Ысынлап та, халыҡҡа ла һөҙөмтә кәрәк.
“Иҫкеләр”
Байтаҡ етәксе урынында ҡалған. Улар рәтендә БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин, һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужин, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Линара Иванова, финанс министры Рузалия Хисмәтуллина бар.
Владимир Балабанов Президент Хакимиәте башлығы булып эшләүен дауам итәсәк, уның урынбаҫары − элекке вице-премьер Фидус Ямалетдинов.
Тағы дәүләт комитеттарына, идаралыҡтарға, инспекцияларға ла етәкселәр тәғәйенләнде. Унда ла элекке етәкселәре һаҡланған ведомстволар етерлек.
БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков;
БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сәлимгәрәев;
БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров;
БР Архивтар эше буйынса идаралыҡ начальнигы Әхмәт Хисмәтуллин;
БР Ветеринария буйынса идаралыҡ начальнигы Вәкил Буранбаев;
БР Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы Әлмира Солтанова;
БР Мәғариф тармағына күҙәтеү һәм контролләү буйынса идаралыҡ начальнигы Әлмира Ғәниева;
БР Мир судьялары эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡи акттар регистрын алып барыу буйынса идаралыҡ начальнигы Наилә Ғәлиева;
БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы Илдар Замалетдинов;
БР Үҙйөрөшлө машиналар һәм техниканың башҡа төрөнөң техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов;
БР Дәүләт төҙөлөштө күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Шамил Ғәлиев үҙ вазифаларын дауам итәсәк.
“Яңылар”
Дүрт министрлыҡ башлыҡтарын алмаштырҙы.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры итеп Илдар Һаҙыев тәғәйенләнде, ул бығаса Хөкүмәт Аппаратында бүлек етәксеһе булып эшләгән. Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры − элекке завод директоры Алексей Карпухин, ауыл хужалығы министры − Николай Коваленко, ведомство етәксеһенең беренсе урынбаҫары булған. Әлегә тиклем иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары булып эшләгән Александр Марьин хәҙер ведомствоны үҙе етәкләй.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе хәҙер − Камил Мансуров. Был вазифаға тәғәйенләнгәнсе − “Башҡортостанпромстройпроект” проект-конструктор институты” дәүләт унитар предприятиеһы директоры.
БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе лә яңы. Ул − Рөстәм Камалетдинов, комитеттың элекке рәйесе урынбаҫары;
Яңы булдырылған дүрт агентлыҡҡа етәкселәр түбәндәгесә:
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе – Борис Мелкоедов, Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡ етәксеһе − Илдар Ямалов (элекке министр урынбаҫары), БР Территорияларҙы үҫтереү буйынса агентлыҡ етәксеһе – Александр Васильев (БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары булған), Туризм буйынса агентлыҡ етәксеһе – Артем Колесников (Мәскәүҙә эшләгән).
Әйткәндәй
Элекке Премьер-министр Азамат Илембәтов, сәйәсәттән бер аҙ алыҫлашып, ҙур проект менән шөғөлләнәсәк.
А. ЗИННУРОВА әҙерләне.