Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2012, 17:21

Был аҙнала беҙҙе...

Уйландырҙы...«Сэнди» дауылы ҡорбандары һаны 72 кешегә еткән. Нью-Йорк менән Нью-Джерси тәбиғәт ҡазаһынан ныҡ зыян күргән. Электр сымдары өҙөлөү арҡаһында, дөйөм алғанда, 8 млн кеше утһыҙ ҡала. Әлеге ваҡытта илдең баш ҡалаһында электр уты менән тәьмин итеү яйға һалынған. Әммә күрше Балтиморҙа 25000 кеше һаман әле утһыҙ интегә.

Уйландырҙы...
«Сэнди» дауылы ҡорбандары һаны 72 кешегә еткән.
Нью-Йорк менән Нью-Джерси тәбиғәт ҡазаһынан ныҡ зыян күргән. Электр сымдары өҙөлөү арҡаһында, дөйөм алғанда, 8 млн кеше утһыҙ ҡала. Әлеге ваҡытта илдең баш ҡалаһында электр уты менән тәьмин итеү яйға һалынған. Әммә күрше Балтиморҙа 25000 кеше һаман әле утһыҙ интегә. АҡШ Президенты Барак Обама, бөтә рәсми сараларҙы ҡалдырып, зыян күргән райондар менән таныша. Уның әйтеүенсә, әлеге ваҡытта төп бурыстарҙың береһе – электр менән тәьмин итеүҙе тулыһынса тергеҙеү. IHS Global Insight консалтинг компанияһы белгестәре баһаламаһы буйынса, ҡойон килтергән зыян 20 млрд доллар булыуы ихтимал. Ә инде дауыл арҡаһында туҡтап ҡалған эшҡыуарлыҡты ла иҫәпкә алғанда, иҡтисад өсөн уның эҙемтәләре 30 – 50 млрд долларға барып етеүе бар, тип иҫәпләй аналитиктар.
«Сэнди» дауылы шулай уҡ Кариб диңгеҙе утрауҙары аша ла үтте. Ямайка, Куба һәм Багам утрауҙары ныҡ зыян күргән. ҡойондоң иң ҡурҡыныс эҙемтәләре Гаити утрауына тура килә. Бында ҡорбандар һаны 54 кешегә еткән, 21 кеше хәбәрһеҙ юғалған.

Аптыратты...
Эксперт баһалау институты Рәсәй Сит ил эштәре министрлығына сит илгә сығырға теләүсе граждандарға халыҡ-ара этикет буйынса тестлау индереү тураһындағы тәҡдим менән сыҡҡан.
Йәғни сит илгә йыйыныусы кешеләрҙең әхлаҡи-этик нормалар, Европа, Азия һәм Яҡын Көнсығыш халыҡтарының мәҙәниәте буйынса белемен тикшерергә тәҡдим ителә. Быны улар рәсәйҙәрҙең сит илдә үҙҙәрен әхлаҡһыҙ тотоуы менән аңлата. Институт директоры Николай Павлюк әйтеүенсә, бындай хәл халыҡ-ара конфликттарға һәм ил абруйын төшөрөүгә килтерә. Был үҙ сиратында Рәсәй иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеүгә ҡамасаулай.

Хәүефләндерҙе...
Көслө ел һәм ямғыр Венеция диңгеҙ ҡултығында һыу кимәле күтәрелеүенә һәм Венецияны һыу баҫыуға килтерҙе.
ҡала үҙәге, шул иҫәптән Сан-Марко майҙаны бер метрға тиклем һыу аҫтында ҡалды. ҡала халҡы алдан уҡ был хаҡта иҫкәртелгән була. Мэрҙың бойороғо бу­йынса кешеләргә йөрөү өсөн ағас платформалар ҡуйыла.
Ғәҙәттә, һыу кимәле күтәрелеү Венецияла ҡышҡы-яҙғы осорға тура килә. Венеция лагунаһында һыу күтәрелеүгә ҡаршы көрәшеү өсөн «Моисей» дамбаһы төҙөлә. Төҙөлөш эштәрен 2014 йылға тамамларға йыйыналар. Әлегә тиклем ҡалала иң көслө һыу баҫыу 1966 йылда була − ул 2 метр тәрәнлегендә һыу аҫтында ҡала.
Читайте нас: