БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың сираттағы 56-сы ултырышы киләһе аҙнаға планлаштырылып, депутаттар ҡырҡҡа яҡын закон проектын тикшерергә әҙерләнә. Уларҙың унауһы закон статусын аласаҡ.
«Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында»ғы БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһының Экология кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында һыу мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы БР Законының 9-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР закон проекттары ҡарала.
Янғын хәүефһеҙлеге, йорт хайуандары, физик культура һәм спорт, мәғарифҡа ҡағылышлы закон проекттары буйынса ла эшләйһе бар.
Депутаттарға тәүгә 25-кә яҡын закон сығарыу башланғысы тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, республика закондарына үҙгәрештәр ҙә индереләсәк. Ундайҙар иҫәбендә: «Башҡортостан Республикаһында тәбиғи дауалау ресурстары, дауалау-һауыҡтырыу урындары һәм шифаханалар тураһында», «Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында», «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында»ғы закондар.