Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2012, 16:23

Саммитты ҡаршылауға әҙерләнәбеҙ

Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) һәм БРИКС илдәренең саммиттарына әҙерлек барышында яңы ҡунаҡханалар төҙөү өсөн иң уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Был хаҡта республика Президенты Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек буйынса кәңәшмәлә хәбәр итте. 2015 йылда уҙасаҡ абруйлы һәм яуаплы сараны юғары кимәлдә үткәреү – көн үҙәгендә торған бурыс.

Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) һәм БРИКС илдәренең саммиттарына әҙерлек барышында яңы ҡунаҡханалар төҙөү өсөн иң уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Был хаҡта республика Президенты Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек буйынса кәңәшмәлә хәбәр итте. 2015 йылда уҙасаҡ абруйлы һәм яуаплы сараны юғары кимәлдә үткәреү – көн үҙәгендә торған бурыс.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы форумында алты мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Өфөнөң әлеге ҡунаҡханалар комплексы менән уларҙың бөтөнөһөн дә урынлаштырып булмай. Өфөлә 48 ҡунаҡхана бар. Башҡортостан Волга буйы федераль округында ҡунаҡханалар һаны буйынса һигеҙенсе урында тора. Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡхана бизнесының табышы буйынса округта – беренсе, ил буйынса етенсе урынды биләй.
Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов ҡалала төҙөләсәк ҡунаҡханаларҙың проекттары менән таныштырҙы. Объект­тарҙы тәү сиратта “Каруанһарай” сауҙа-эш комплексында, Конгресс-холда төҙөү күҙаллана. “Каруан­һарай”ҙа, мәҫәлән, 198 номерлыҡ ҡунаҡхана тиҙ арала хаҡын сығарыусы бизнес-офис менән бергә буласаҡ. Тағы ла “Аҡбуҙат” ипподромы янында, Маяковский скверы ҡаршыһындағы, Революция, Гоголь урамдарындағы, Цюрупа һәм Вәлиди урамдары киҫешкән урындағы ҡунаҡханалар, “Башҡортостан“ ҡунаҡханаһына төкәтмә төҙөү проекттары бар.
Бынан тыш, ҡала урамдарын төҙөкләндереү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарырға кәрәк. Өфө үҙәгендә тротуарҙар­ға плитка һалыу бурысы ла тора. Бының өсөн бюджеттан 120 миллион һум аҡса бүленә, уның 80 миллион һумы Ленин урамын төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ. Әлегә тротуар “Өфө-Арена” тирәһендә, Туҡай урамында аллеяла, Зәйнулла Рәсүлев урамында яңыртылған.

Әйткәндәй

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Төркиә Республикаһының ҡазандағы Генераль консуллығы делегацияһы менән иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
Төркиәнең генераль консулы Сабри Тунч Ангылы беҙҙең төбәктәрҙе берләштергән мәҙәни һәм тарихи бәйләнеш­тәр­ҙе билдәләп үтте. Уның һүҙҙәренсә, Төркиә Башҡортостанда сауҙа үҙәктәре һәм ҡунаҡханалар төҙөргә әҙер. Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммиттары алдынан был айырыуса мөһим.
Читайте нас: