Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2012, 17:20

Погонлылар язаға тарттырыласаҡ

БР буйынса Эске эштәр министрлығының 263 хеҙмәткәренең килем, мөлкәт тураһындағы мәғлүмәттәрҙе дөрөҫ күрһәтмәүе асыҡланған. Шуларҙың 230-ы ведомствоның үҙәк аппаратында эшләй. Әлеге мәғлүмәт Башҡортостан Прокуратураһына йүнәлтелгән. Тикшереүҙәрҙән һуң ғәйеплеләр дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Коррупцияға ҡаршы законды аша атлап сығыусы погонлыларҙың артабан эшләү мәсьәләһе лә ошо арала хәл ителәсәк. Әлеге йүнәлештәге эш өсөн яуаплы етәкселәр һәм хеҙмәткәрҙәр ҙә язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Законға ярашлы, яҡынса 6 200 полиция хеҙмәткәре йыл һайын килеме тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының 263 хеҙмәткәренең килем, мөлкәт тураһындағы мәғлүмәттәрҙе дөрөҫ күрһәтмәүе асыҡланған. Шуларҙың 230-ы ведомствоның үҙәк аппаратында эшләй. Әлеге мәғлүмәт Башҡортостан Прокуратураһына йүнәлтелгән.
Тикшереүҙәрҙән һуң ғәйеплеләр дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Коррупцияға ҡаршы законды аша атлап сығыусы погонлыларҙың артабан эшләү мәсьәләһе лә ошо арала хәл ителәсәк. Әлеге йүнәлештәге эш өсөн яуаплы етәкселәр һәм хеҙмәткәрҙәр ҙә язаһыҙ ҡалмаясаҡ.
Законға ярашлы, яҡынса 6 200 полиция хеҙмәткәре йыл һайын килеме тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының
матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: