Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2012, 17:19

«Бергә эшләйек»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре менән осрашты. − Беҙгә бергә эшләргә кәрәклекте аңлайһығыҙҙыр. Сәйәси партиялар барлыҡҡа килеү процесы бара, бөгөн Юстиция министрлығына теркәү өсөн 200-ләп заявка бирелгән. Башҡортостанда ғына 23 төбәк бүлексәһе теркәлгән. Был, бер яҡтан, яҡшы. Икенсенән, һәр партия үҙ мөмкинлегенә ҡарап эш башҡара.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре менән осрашты.
− Беҙгә бергә эшләргә кәрәклекте аңлайһығыҙҙыр. Сәйәси партиялар барлыҡҡа килеү процесы бара, бөгөн Юстиция министрлығына теркәү өсөн 200-ләп заявка бирелгән. Башҡортостанда ғына 23 төбәк бүлексәһе теркәлгән. Был, бер яҡтан, яҡшы. Икенсенән, һәр партия үҙ мөмкинлегенә ҡарап эш башҡара.
Республика етәксеһе фекеренсә, төбәктә асыҡ сәйәсәт алып барыла.
“Яңы Рәсәй” вәкиле Марс Батыров, хәрби хеҙмәттә булған кешеләр ингән партияның дәүләткә ярҙам итеү ниәте менән яныуын әйтте. ”Гражданлыҡ платформаһы”нан Валерий Аббасов бигерәк тә урындағы үҙидараға ҡағылышлы ҡануниәтте камиллаштырыу яҡлы.
Читайте нас: