Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2012, 18:09

Өс һөйләм менән

Силәбе ҡалаһындағы Пушкин исемендәге баҡсала Башҡорт балы көндәре үтте, унда беҙҙең республиканан 50 умартасы тауарын алып килде. Һатыуға килтерелгән балдың өс литрлы банкаға тултырылғанының хаҡы 1300 – 1600 һум тип билдәләнде, башҡа төрлө продукция ла ҡиммәт түгел ине. Тәүге тапҡыр ойошто­рол­ған сара силәбеләргә оҡшаны, шуға уны артабан да даими уҙғарырға ниәтләйҙәр.

Башҡортостанда йылытыу селтәрҙәре ҡышҡа тулыһынса әҙер тип билдәләнде. Йорттар сифатлы йылытылһын өсөн республикала 25964 метр йылытыу торбалары ремонтланған, 130 ҡаҙанлыҡ төҙөкләндерелгән. Йорттарҙың йылылығы өсөн яуап биреүселәр, ҡышты имен-аман сығыу өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, тип иҫәпләй.

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда күсем­һеҙ милеккә хоҡуҡ теркәү буйынса 600 мең килешеү төҙөлгән. Былтыр был ваҡытҡа киле­шеүҙәр­ҙең һаны 500 мең ине. «Росреестр»ҙың Башҡортос­тан Республикаһы буйынса идаралығының граждандарҙың күсем­һеҙ милкенә хоҡуғын рәсми рәүештә әүҙем теркәүен уларҙың юридик белеме артыуы менән бәйләйҙәр.

Башҡортостанда ғинуар – сентябрь айҙарында наркотиктар әйләнеше менән бәйле ике меңгә яҡын енәйәт асыҡланған. Туғыҙ ай эсендә полицейскийҙар әйләнештән 88 килограмдан ашыу төрлө наркотик матдәне тартып алған, 80-дән ашыу наркопритон ябылған. Элегерәк наркотиктар әҙерләп таратыусылар араһында йәштәр күп ине, хәҙер ҡулға алыныусы­лар­ҙың күбеһенең йәше 30-ҙан артҡан.

Баш ҡаланың Иван Якутов исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында эшләгән балалар тимер юлы сираттағы миҙгелдә 22 мең кешене йөрөткән. Үҫмерҙәр был поезда күңел генә асмай, машинист, диктор, поездарҙы оҙатып йөрөүсе һөнәрҙәрен дә үҙләштерә. Балалар тимер юлының оҙонлоғо ике километрҙан ашыу.

Суд приставтары бер юлы 17 Үзбәкстан гражданын респуб­ликабыҙҙан ҡыуып сығарҙы. Был илдең бик күп кешеһе Рәсәйҙә легаль булмаған шарттарҙа йәшәүе менән ҙур проблемалар тыуҙыра, кәрәкле документтарҙы тупламай. Бынан тыш, миграция закондарын боҙоусылар араһында Тажикстан, ҡаҙағстан, ҡырғыҙстан һәм Әзербайжан вәкилдәре лә күп.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: