Республикала социаль туризм программаһы буйынса юлламалар биреү квотаһы быйыл 6505 берәмек тип билдәләнгән һәм әле уның 6166-һы буйынса халыҡ ял иткән йәки сәфәргә сығырға йыйына.
Башҡортостандың туристик индустрияһы союзы рәйесе Кинйә Күскилдин һүҙҙәренсә, ошо программа буйынса путевка алырға сиратта 30 меңләп кеше тора. Улар – пенсионерҙар һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар. Социаль турист булырға теләүселәр исемлеге муниципаль берәмектәге пенсионер һәм инвалидтар һанына ҡарап төҙөлә. Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә 4538 путевка бирелә, Рәсәй буйлап – 1113, сит илдәргә − 578. Ә коляскала ултырыусы инвалидтарға, ошо төркөмгә ҡараған балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәргә 138-әр юллама ҡаралған.
Республиканың “Йоматау”, ”Танып”, ”ҡарағай” кеүек шифаханалары популяр булһа, Рәсәй эсендә Санкт-Петербургка барырға теләүселәр күп.
Социаль туризм программаһы, бюджет аҡсаһы иҫәбенә ярайһы ғына ҙур субсидиялар тәҡдим иткәнлектән, тиҙ арала танылыу тапты. Киләсәктә лә ул бойомға ашырыласаҡ һәм субсидия күләме артасаҡ.