Әле Өфөлә 7400 кеше рәсми рәүештә эшһеҙ булараҡ теркәлгән. Эшһеҙлек буйынса 6600 кеше пособие ала, 2012 йылдың тәүге туғыҙ айында уның күләме 3979 һум тәшкил итте. Баш ҡаланың эш менән тәьмин итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, унда 18400 вакансия тураһында мәғлүмәт бар.
Бөгөн Башҡортостанда бер кешегә 22 квадрат метр торлаҡ тура килә, был ил буйынса билдәләнгән дөйөм күрһәткестән түбәнерәк. Шуға ла күрһәткесте 2015 йылға тиклем 24,7 квадрат метрға тиклем еткерергә йыйыналар. Волга буйы федераль округында халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү йүнәлешендә республика, Татарстандан ҡалышып, икенсе урында килә.
Белорет ҡалаһында йәшәүсе 29 йәшлек ҡатынды үҙенең балаларын яҙмыш ҡосағына ташлап, бөтөнләй ҡарамауҙа ғәйепләйҙәр. Өс бала тапҡан әсә балаларын ас тотҡан һәм уларҙы урамда хәйер һорарға мәжбүр иткән, туҡмаған. Хәҙер уға ҡаршы енәйәт эше асылған, ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп, төрмәгә ултыртасаҡтар.
Күмертау ҡалаһы телевидениеһында балалар студияһы эшләй башланы. Ул балаларҙың һәләтен асыуға, үҫтереүгә, кескәйҙәрҙе аудитория алдында сығыш яһарға өйрәтеүгә булышлыҡ итер, тип планлаштырыла. Балалар 7 – 17 йәшлектәр өсөн әҙерләнгән уҡыу программаһы буйынса шөғөлләнәсәк.
Үткән ял көндәрендә Өфөләге өмәләрҙә ҡалала бик күп ағас ултыртылды. Был эште башҡарыу өсөн ҡала хакимиәте 2100 ағас үҫентеһе әҙерләгәйне, ҡала халҡы алма, ҡарағас, сирень, муйыл, йүкә, сейә ағас-ҡыуаҡтарын бик теләп ултыртты. Хәҙер ағастар күберәк баш ҡалабыҙҙың яңы микрорайондарында үҫәсәк.
1 – 5 октябрҙә Өфөлә федераль кимәлдә ойошторолған иретеп йәбештереүселәр конкурсы үтә. Унда илдең 80 төбәгенән 200 оҫта ҡатнаша, уларҙың бөтәһе лә – үҙ төбәктәрендә ойошторолған конкурста еңеүселәр. Иретеп йәбештереүселәрҙең оҫталығын баһалау өсөн бик күп белгес саҡырылған.
Нефтекама ҡалаһында һигеҙ килограмлыҡ мамонт теше табылғайны. Уны тәүҙә боронғо хайуандың теше түгел, башҡа бер һөйәге тип тә уйлағайнылар, хәҙер белгестәр уның тап теш икәнлеген иҫбат итте. Ҙур теште Башҡортостан Республикаһының Милли музейына тапшырасаҡтар.
Республиканың 33 районында көнбағыш һуғыу бара.Уңыш төбәктә 112 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйып алынған, планға ҡарата был 68 процент тәшкил итә. Гектарынан уртаса уңыш – 8,2 центнер.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.